Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Эшенән йәм таба

Мәҙәниәт хеҙмәте - үтә яуаплы һәм бик үҙенсәлекле тармаҡ. Эш кешеһенең ял ваҡытын файҙалы, күңелле һәм һөҙөмтәле итеп ойоштороуҙа уларҙың роле ғәйәт ҙур. Йәш быуынды әхлаҡи, эстетик һәм физик яҡтан тәрбиәләүҙә, боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү йүнәлешендә Яңауыл ауылы клубы мәҙәниәт хеҙмәткәре Алһыу Ғиззәтуллина әүҙем  эш алып бара.  

 

Мәҙәниәт хеҙмәте - үтә яуаплы һәм бик үҙенсәлекле тармаҡ. Эш кешеһенең ял ваҡытын файҙалы, күңелле һәм һөҙөмтәле итеп ойоштороуҙа уларҙың роле ғәйәт ҙур. Йәш быуынды әхлаҡи, эстетик һәм физик яҡтан тәрбиәләүҙә, боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү йүнәлешендә Яңауыл ауылы клубы мәҙәниәт хеҙмәткәре Алһыу Ғиззәтуллина әүҙем  эш алып бара.

 Әҙәм балаһы булмышына ятышлы һөнәр һайлаһа, икеләтә бәхетлелер ул. Күңеле даръялай йыр-моңға тулы Алһыу Фәрғәт ҡыҙы мәҙәниәт өлкәһенә барып эләккәнсе, байтаҡ тормош һынауҙары үтә. ”Әнием үлгәндә туғыҙ йәш тә юҡ ине. Рәзилә апайым, Фәнис ағайым менән мине Фәйрүзә менән Наил Таштимеровтар ҡарауға алды, үҙ балаларылай тәрбиәләп үҫтерҙе”, - ти ханым. Башланғыс класс белемен ауылда ала, аҙаҡтан уларҙы Ишембайҙағы 1-се мәктәп-интернатына уҡырға бирәләр. Хәҙерге күҙлектән ҡарағанда, нефтселәр ҡалаһына еңел машинала сәғәт эсендә барып етергә булһа, ул саҡта  ауылын, туғандарын һағынған йәш ҡыҙ араны йыраҡ тип ҡабул итә. “Был белем йортоноң яҡшы даны шул осорҙа уҡ тирә-яҡҡа таралған ине, Шәрип һәм башҡа күрше яҡ ауылдарҙан балалар күп уҡыны”,- ти Алһыу апай. Каникул ваҡытында колхоз машинаһында алып ҡайтыу, кире алып барыу ойошторолған була. Мәктәпте “5”-легә билдәһенә тамамлаған Алһыу 1984 йылда медицина училищеһына уҡырға инә. Практика барышында һөнәрҙең күңеленә ятмағанлығын аңлағас, ауылға ҡайтып, колхоз фермаһына хисапсы, аҙаҡ лаборант-мастер булып эшкә инә. “Миңләхмәт Йомағолов ағай етәкләгән заманда Нөгөш колхозы гөрләп тора, ферма лыҡа тулы мал ине. Яңауыл фермаһында һөт ҡабул итеү ойошторолғайны.  Мәләүез һөт-консерва комбинатына көнөнә алтышар тонна һөт тапшыра инек”, - ти Алһыу ханым. Аҙаҡ почтаға эшкә инә, алты йыл Яңауыл, Исламғол ауылдарында гәзит-журнал тарата. 

Бер уйлаһаң, кеше тормошо тотош һынауҙарҙан тора һымаҡ. Алһыу Фәрғәт ҡыҙы яҙмышында ла түҙемлек талап иткән ваҡыттар булған. Ауылға эшкә ҡайтҡас, юлда эшкә барғанда машина бәрҙереп китә. Ул ваҡыттағы ауыртыу-һыҙланыуҙар насар төш һымаҡ иҫтә ҡалған. 2002 йылда юлда китеп барғанда, тағы аварияға осрап, имгәнә. Ғаиләһе, балалары уның иң яҡын таянысына әйләнә, аяҡҡа баҫырға, йәшәүгә көс бирә. Әйткәндәй, тормош  иптәше Йәүҙәт Сибәғәт улы менән Алмаз, Илгиз, Айзирәк исемле балаларға ғүмер биреп тәрбиәләп үҫтерәләр.  Алһыу Фәрғәт ҡыҙы мәҙәниәт өлкәһендә бар күңелен һалып, халыҡ теләген иҫтә тотоп эшләй. Төрлө төркөм, төрлө йәштәгеләр өсөн яңы эш формалары, алымдар ҡуллана. Ижади һәләтте үҫтереү, ғөрөф-ғәҙәт, йола байрамдарын йәнләндереү һәм һаҡлау, йәш быуынды тәрбиәләүгә өҫтөнлөк бирә. Нисек кенә мәшәҡәтле, тынғыһыҙ булмаһын, Алһыу Ғиззәтуллина һөнәрен икенсегә алыштырмаҫ ине, тип уйлайым. Сөнки яратҡан хеҙмәт ҡәнәғәтлек бирә, кешене бәхетле итә.

Әҡлимә ИМАМОВА.

Фото архивтан.

Һүрәттә: “Мәҙәниәт - ул халыҡтың асылы, күңел көҙгөһө, рухы, гүзәллеге, ғорурлығы тип һанайым”, - ти Алһыу Ғиззәтуллина.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: