Конгэк
+19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
20 Июнь , 16:30
БӨТӘ ӘСӘЙҘӘР БЕР ИШ...
Һеҙ ҙә минең әсәй һымаҡКүмәс һалаһығыҙҙыр,Аҙна аҙағы етте ниһә,Мунса яғаһығыҙҙыр...
БӨТӘ ӘСӘЙҘӘР БЕР ИШ...
Һеҙ ҙә минең әсәй һымаҡ
Күмәс һалаһығыҙҙыр,
Аҙна аҙағы етте ниһә,
Мунса яғаһығыҙҙыр...
Һеҙҙең ҡоймаҡ та уңалыр,
Тел йоторлоҡ булалыр,
Өмөт булып йөҙөгөҙгә
Таң балҡышы ҡуналыр.
Һеҙ ҙә минең әсәй һымаҡ
Юлға ҡарайһығыҙҙыр,
Балағыҙҙы атлауынан,
Ҡырҙан таныйһығыҙҙыр.
Ҡосаҡлап алырҙай булып,
Ҡаршы сығаһығыҙҙыр.
Хат-хәбәре килмәй торһа,
Утҡа сумаһығыҙҙыр.
Минең һеҙҙе күргәнем юҡ,
Әммә мин шуны беләм:
Һеҙ, моғайын, бик оҡшаштыр
Минең әсәйем менән.
Уның кеүек яғымлылыр,
Мәрхәмәтле, көләстер.
Һеҙҙә шул уҡ сабыр күңел,
Һиҙгер, оло йөрәктер.
Мин беләм: башҡаса булмай,
Әсәйҙәр — изге кеше!
Әсәйҙәрҙе изге итә
Бала – йөрәк емеше!
Рәмзия Ғәбделхаҡова.
Фото - интернеттан.
Автор:
Лена Хайруллина
Күмәс һалаһығыҙҙыр,
Аҙна аҙағы етте ниһә,
Мунса яғаһығыҙҙыр...
Һеҙҙең ҡоймаҡ та уңалыр,
Тел йоторлоҡ булалыр,
Өмөт булып йөҙөгөҙгә
Таң балҡышы ҡуналыр.
Һеҙ ҙә минең әсәй һымаҡ
Юлға ҡарайһығыҙҙыр,
Балағыҙҙы атлауынан,
Ҡырҙан таныйһығыҙҙыр.
Ҡосаҡлап алырҙай булып,
Ҡаршы сығаһығыҙҙыр.
Хат-хәбәре килмәй торһа,
Утҡа сумаһығыҙҙыр.
Минең һеҙҙе күргәнем юҡ,
Әммә мин шуны беләм:
Һеҙ, моғайын, бик оҡшаштыр
Минең әсәйем менән.
Уның кеүек яғымлылыр,
Мәрхәмәтле, көләстер.
Һеҙҙә шул уҡ сабыр күңел,
Һиҙгер, оло йөрәктер.
Мин беләм: башҡаса булмай,
Әсәйҙәр — изге кеше!
Әсәйҙәрҙе изге итә
Бала – йөрәк емеше!
Рәмзия Ғәбделхаҡова.