Конгэк
+14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

“Илһам” илһамлана, илһамландыра

  Ғәләмәт талантлы бит ул беҙҙең халыҡ. Илһамлана ла, илһамландыра ла белә. Гәзитебеҙҙең дуҫы, “Илһам” вокаль ансамбле етәксеһе Зәйлә Әлмөхәмәтова социаль селтәрҙә үҙешмәкәр артистарҙың ижады менән ҡыҙыҡһынған шиғыр, таҡмаҡ сығарыусылар ижад итеүселәр араһында конкурс иғлан иткән. “Илһам”дар, ысынлап та, илһамландыра белә, таҡмаҡтарҙың күп булыуы ла шуны иҫбатлай! Интернет селтәренә сығыу, әлбиттә, киң офоҡтар аса. Башҡа райондан ғына түгел, күрше Татарстан республикаһынан да ебәрелгән яҙмалар байтаҡ. Рауза Мусинаның ижадының осона-ҡырыйына сығырлыҡ түгел. Коллективтың сығышын күҙәтеп бара автор, төркөмдәге һәр йырсы ҡатын-ҡыҙ ҙа куплеттарҙа телгә алынмай ҡалмаған. Хәлиҙә Шәйәхмәтованың таҡмаҡтарын һеҙҙең ҡарамаҡҡа тәҡдим итәбеҙ.   “Илһам" ҡыҙҙарына таҡмаҡтар Илһам тараталар илгә Восточныйҙың ҡыҙҙары Мәскәүҙәргә барып етә Яңғыраған йырҙары. Ҡай арала өлгөрәләр Милли кейемдәр тегеп, Ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ Һәр берегеҙҙе теҙеп. Башҡорт телен күтәрәләр "Илһам" һандуғастары Хатта кинола ла улар - Тиңһеҙ саялыҡтары! Күҙ теймәһен үҙегеҙгә Һис ҡартайтмаһын йылдар! Һеҙ белмәгән эш бармы ул? Әйтегеҙ әле, зинһар! Бигерәк уңған ҡыҙҙарҙы Йыйып алғанһың, Зәйлә, Талант һөҙөмтәһе былар, Юҡ бында шөбһә, хәйлә. Гел шулай булып ҡалығыҙ, Данлағыҙ башҡорт йырын! Иҫәнлек-именлек һеҙгә, Баһаның иң-иң ҙурын!  

“Илһам” илһамлана, илһамландыра

Ғәләмәт талантлы бит ул беҙҙең халыҡ. Илһамлана ла, илһамландыра ла белә. Гәзитебеҙҙең дуҫы, “Илһам” вокаль ансамбле етәксеһе Зәйлә Әлмөхәмәтова социаль селтәрҙә үҙешмәкәр артистарҙың ижады менән ҡыҙыҡһынған шиғыр, таҡмаҡ сығарыусылар ижад итеүселәр араһында конкурс иғлан иткән. “Илһам”дар, ысынлап та, илһамландыра белә, таҡмаҡтарҙың күп булыуы ла шуны иҫбатлай! Интернет селтәренә сығыу, әлбиттә, киң офоҡтар аса. Башҡа райондан ғына түгел, күрше Татарстан республикаһынан да ебәрелгән яҙмалар байтаҡ. Рауза Мусинаның ижадының осона-ҡырыйына сығырлыҡ түгел. Коллективтың сығышын күҙәтеп бара автор, төркөмдәге һәр йырсы ҡатын-ҡыҙ ҙа куплеттарҙа телгә алынмай ҡалмаған. Хәлиҙә Шәйәхмәтованың таҡмаҡтарын һеҙҙең ҡарамаҡҡа тәҡдим итәбеҙ.

 

“Илһам" ҡыҙҙарына таҡмаҡтар
Илһам тараталар илгә
Восточныйҙың ҡыҙҙары
Мәскәүҙәргә барып етә
Яңғыраған йырҙары.

Ҡай арала өлгөрәләр
Милли кейемдәр тегеп,
Ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ
Һәр берегеҙҙе теҙеп.

Башҡорт телен күтәрәләр
"Илһам" һандуғастары
Хатта кинола ла улар -
Тиңһеҙ саялыҡтары!

Күҙ теймәһен үҙегеҙгә
Һис ҡартайтмаһын йылдар!
Һеҙ белмәгән эш бармы ул?
Әйтегеҙ әле, зинһар!

Бигерәк уңған ҡыҙҙарҙы
Йыйып алғанһың, Зәйлә,
Талант һөҙөмтәһе былар,
Юҡ бында шөбһә, хәйлә.

Гел шулай булып ҡалығыҙ,
Данлағыҙ башҡорт йырын!
Иҫәнлек-именлек һеҙгә,
Баһаның иң-иң ҙурын!

 

Автор:Аклима Имамова