Бөтә яңылыҡтар

БЫЛ ШИҒЫРЫМ ...

Был шиғырым һинең хаҡта түгел,Һинең хаҡта түгел уй - хыял.Яҙмаҫтайға ынтылыуҙар тамам,Яҙмаҫтайҙар үрҙә. Идеал.

БЫЛ ШИҒЫРЫМ ...
БЫЛ ШИҒЫРЫМ ...
Был шиғырым һинең хаҡта түгел,
Һинең хаҡта түгел уй - хыял.
Яҙмаҫтайға ынтылыуҙар тамам,
Яҙмаҫтайҙар үрҙә. Идеал.

Беҙгә тимәгәне күп инде ул,
Ҡарап туймаҫ, тик буй етәҫлек.
Нәфсе һуҙмауға мин күптән күнгән,
Йәнем бикле, ым да үтмәҫлек.

Һинең хаҡта түгел йырҙарым да
Илауҙарым ҡайсаҡ аунаҡлап.
Мин һағынам бары бер май төнөнөн
Сирен сәскәләләрен ҡосаҡлап

Тупһабыҙға кемдер түшәп китте.
Быуындарға төшә шул хәтер.
Ана шулар бына нисә йылдар
Тәҙрә сиртә һәр яҙ нишләптер.

Шуға ғына минең күңелем тула,
Шул сирендәр генә илата.
Һулымай торған гөлдәр була икән,
Наҙ шыбырлай һәр яҙ аулаҡта.
Автор:Лена Хайруллина