Бөтә яңылыҡтар

ҠИММӘТТӘР

Көмөш балдаҡ та кейҙем мин,Алтыны ла эләкте.Һатып алдым. Мал табырғаДонъя үҙе өйрәтте.

ҠИММӘТТӘР
ҠИММӘТТӘР

Көмөш балдаҡ та кейҙем мин,
Алтыны ла эләкте.
Һатып алдым. Мал табырға
Донъя үҙе өйрәтте.

Шәшке тундар кейгән булып,
Йөрөнөм барынялай.
"Шағирҙарға килешмәй", тип,
Әйтмәне халҡым ярай.

Оҡшағым килде,
(Их, йүнһеҙ!)
Аҡсалы ханымдарға.
Барыбер инеп булманы
Улар араларына.

Иҫем китмәй инде хәҙер
Ялтырға, затлыһына,
Булмаһам ине халҡымда
Тик яман атлы ғына.

Ник салынһа мал, зинәттәр
Һүрәнәйгән күҙемә.
Һуңғы осор ҡиммәтләнде,
Текләп тә ҡанмай танһығым
Яҡты донъя йөҙөнә.

Т. ҒӘНИЕВА

Фото интернеттан.

Автор:Лена Хайруллина