Конгэк
+11 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
26 Август 2022, 14:50

Усаҡ яғам...

Ғүмер буйы ҡарҙа усаҡ яғам...Яныуҙарҙың йәме шул икән -Өшөгәндең йән боҙон иретепЯнған йылы усаҡ бул икән.

Усаҡ яғам...
Усаҡ яғам...

Усаҡ яғам... 
Янған усағымда
Үҙем өсөн ғаләм асыуым:
Бар булмышым - йылы эҙләгәнгә
Ҡар өҫтөндә ҡаҙан аҫыуым.

Хан һыйындай күңел асыуҙарҙы
Өнәмәнем мәңге. Ят булды.
Яр буйында янған тын  усаҡҡа
Ташлап сығып ҡасҡан саҡ булды.

Һыйлы тормош, мәжлес түрҙәрендә
Үгәй бала минең был күңел.
Түрәләргә тулы ҡалаҡ һоноп
Үрҙәр менеү-минең юл түгел.

Байтаҡ булды, һынсыл әҙәмдәрҙең
Күҙ уғынан баҙап ҡалғаным,
Һынар һынауҙарҙа һүнмәй янды
Ҡар өҫтөндә аҫҡан ҡаҙаным.

Ҡайнар ашым биреп, ҡашым биреп
Әйтә алам намыҫ ҡаршында:
Иң тәмле аш, хәләл тирем түгеп
Ҡаҙанымдә бешкән ашымда.

Ғүмер буйы ҡарҙа усаҡ яғам...
Яныуҙарҙың йәме шул икән -
Өшөгәндең йән боҙон иретеп
Янған йылы усаҡ бул икән.

Миләүшә ҠЫҘРАСОВА.

Фото интернеттан. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: