ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
14 Сентябрь 2022, 11:45

Һиҙмәй ҡалдыҡ

Яр һалманы, ярһыманы,Өнһөҙ китте быйыл күктәр.«Хушлашманы...бәлки...»,-тиепӨмөт итте әле күптәр.

Һиҙмәй ҡалдыҡ
Һиҙмәй ҡалдыҡ

Яр һалманы, ярһыманы,
Өнһөҙ китте быйыл күктәр.
«Хушлашманы...бәлки...»,-тиеп
Өмөт итте әле күптәр.

Тыныс ҡына китте күкрәү,
Уйнатманы ҡамсы-йәшен,
Иламаны ергә ятып,
Күрһәтмәне тамсы йәшен!

Көндәр ҡапыл һыуытты ла
Белмәй ҡалдыҡ киткәнен дә.
Күкрәү нимә?!
Һиҙмәй ҡалдыҡ
Тотош йәйҙең үткәнен дә!
...Ғүмер үтеп киткәнен дә!


Миңнур Байғарина (Мөхәмәтбаева).

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: