Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
16 Сентябрь 2022, 10:55

ӘБЕЙҘӘР СЫУАҒЫ

Әбейҙәр сыуағы – инәйҙәр ҡунағы,Ойоған тәндәре яҙылһын бер аҙға.Ғүмерҙең ҡырауы тупһаға төшкәндәСәстәрен оҡшатҡан шундағы аҡ ҡарға.

ӘБЕЙҘӘР СЫУАҒЫ
ӘБЕЙҘӘР СЫУАҒЫ

Әбейҙәр сыуағы – инәйҙәр ҡунағы,
Ойоған тәндәре яҙылһын бер аҙға.
Ғүмерҙең ҡырауы тупһаға төшкәндә
Сәстәрен оҡшатҡан шундағы аҡ ҡарға.

Әбейҙәр сыуағы – ҡатындар ҡунағы,
Ашыҡҡан йәйҙәрҙе туҡтатсы бер аҙға.
Иҙрәтсе, тирбәтсе ҡояшың нурында,
Наҙҙарың етһәсе киләһе яҙҙарға.

Әбейҙәр сыуағы – ҡыҙ-ҡырҡын ҡунағы,
Уйнап-көлөп ҡалһын, уларҙың шуҡ сағы.
Алда әле ғүмерҙең үтәһе юлдары,
Иң баҫҡан уйҙарҙың хәтерҙә юҡ сағы.

Зөһрә Ҡотлогилдина.

 

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотолары.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: