Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
22 Сентябрь 2022, 10:06

Таңсулпан Ғарипованың матур юбилейы

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты 22 сентябрҙә үҙенең 75 йәшен билдәләй

Таңсулпан Ғарипованың матур юбилейы
Таңсулпан Ғарипованың матур юбилейы

Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипова 1947 йылдың 22 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуған.

1973 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң ТТӘИ‑лә эшләй. 1975 йылдан алып Йылайыр районы, Баймаҡ һәм Учалы ҡалаларындағы белем биреү учреждениеларында, район гәзиттәрендә, Учалы һәм Сибай яҙыусылар ойошмаларында, Сибай телевидениеһында (1995—96 йылдарҙа баш мөхәррир) һ. б. эшләй; 2000—03 йылдарҙа «Ватандаш» журналы хеҙмәкәре. «Ялан сейәһе» исемле тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1982 йылда сыға. Үҙенең әҫәрҙәрендә юғары әхлаҡ ҡиммәттәренең өҫтөнлөгөн раҫлай. «Ай менән Ҡояш бер генә» (1990) повесында төп героиняның донъяға ҡарашы формалашыуы, уның әхлағы нығыныуында ата-әсәһенең, уны уратып алған кешеләрҙең, тыуған ерҙең роле күрһәтелә. «Бөйрәкәй» (1997—2004) роман-эпопеяһы сюжетының ғәҙәти булмауы, стиле, милли колориты уның үҙенсәлеген билдәләй, унда бер ғаиләнең драматик яҙмышы аша Рәсәй тарихының тотош бер дәүере күрһәтелә; әҫәр уҡыусыларҙа ҙур резонанс тыуҙыра. Уның «Ямғыр көткәндә», «Бәхеткә ҡасҡандар», «Ғилмияза» һ. б. пьесалар авторы, улар Башҡортостан Республикаһы театрҙарында сәхнәләштерелгән. «Йәй ташы» пьесаһы б‑са 2002 й. «Сөмбөлдөң етенсе йәйе» нәфис фильмы (реж. Б. Т. Йосопов, «Башҡортостан» к/ст) төшөрөлә, ул «Сталкер» (2002; Мәскәү), БДБ илдәренең һәм Балтияның «Киношок» (2004; Анапа), «Алтын Мөнбәр» мосолман киноһы (2005; Ҡазан) һ. б. халыҡ-ара кинофестивалдәрҙә күрһәтелә. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1986).

 

мәғлүмәт: https://ba.wikipedia.org

фото: kulturarb.ru

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: