-15 °С
Болотло
ҺАҒЫНЫРҺЫҢ
Һағынырһың әле...
Һары рауза
Һайлағанда кемдер үҙенә.
Шуңдай гөлдәр яратыусы берәү
Сағылғандай булыр күҙеңә.
Һағынырһың әле...
Һары көҙҙә
Усаҡ яҡҡаныбыҙ биләндә.
Шып-шым ултыра торғас, ҡармап алып,
Аунатҡаның мине үләндә.
Һағынырһың әле...
Һары таңда
Йүгән тотоп тауҙа һыҙғырһаң,
Анау үрҙе, анау үҙәндәрҙе
Йондоҙ һүрелгәнсе ҡыҙырһаң.
Һағынырһың әле...
Йән асыуға
Шарт япҡанда тышҡы ишекте
Иңрәп кенә илап ыңғрашыуын
Өйҙөң түрендәге бишектең.
Һағынырһың әле...
Тамара Ғәниева.
Фото асыҡ сығанаҡтан.