Конгэк
+21 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
12 Ноябрь 2022, 10:30

Йомаҡтар, үҙҙәре ҡыҙыҡтар...

Элек, хатта сағыштырмаса яңыраҡ осорҙа әле, туй ваҡытында ҡоҙалар менәнҡоҙалар араһында йомаҡ менән аҡыл-зиһен үткерлегенһынашыу ғәҙәте булған икән

Йомаҡтар, үҙҙәре ҡыҙыҡтар...
Йомаҡтар, үҙҙәре ҡыҙыҡтар...

Баш ҡорттарҙың хәҙерге туй йолалары араһында йомаҡ
ҡойошоу (өйөшөү, әйтешеү) эпизоды күҙәтелмәй, әммә беҙҙең
тарафтан 1989 йылда Дәүләкән районының Иҫке Мерәҫ
ауылында Хәкимова Мәрйәм Әхмәтйән ҡыҙынан (1923 йылғы) яҙып алынған материал буйынса, элек, хатта сағыштырмаса яңыраҡ осорҙа әле, туи ваҡытында ҡоҙалар менән
ҡоҙалар араһында йомаҡ менән аҡыл-зиһен үткерлеген
һынашыу ғәҙәте булғанлығы асыҡланды. Информаторҙың
һөйләгәне мәғлүмәткә бай, шуға күрә уны тулыһынса ки л ­
тереү маҡсатҡа ярашлы булыр:
«Йомаҡты элек өйөшә торғайныҡ. Хәҙер онотолоп бөттө.
Бер заман туй яҫаныҡ. Эй, туйҙа ҡоҙалар менән йомаҡ
өйөшәбеҙ. Ҡ ыҙыҡ инде. Йомаҡтың бит бик көлкөлөләре бар.
Ш уларын әйтеп, шырҡ та шырҡ көлөшәбеҙ.
« Мәжлес бөткәс, йоҡларға ятабыҙ. Йоҡлап булмай. Йомаҡ
өйөшөп, көлөшә-көлөшә хәлдә?! таябыҙ. Оҙон-оҙон көлкөлө
йомаҡтар була ине. Бер яҡ ҡоҙалар икенсе яҡ ҡоҙаларға
йомаҡ өйә. Өс йомаҡты белмәһә, йомаҡ ҡойоусылар был белмәгән кешене «һата».
— Һаттым, ниен алдың? — ти үҙенең янындағы бер икеөс кешегә.
— Башын алдым бумалаға,
— Ҡолағын алдым ҡаҙан ҡолағына,
— Күҙен алдым тәмгә.
— Каттым, ниен алдың?
— Ҡорһағын алдым суманға.
— Һаттым, ниен алдың?
— Ҡулын алдым һеберткегә.
— Һаттым, ниен алдың?
— Аяғын алдым кеҫәүгә».
Аңлашылыуынса, бында йомаҡтарҙың боронғо функцияһы
(үҙ ырыуыңа баш ҡа ырыу кешеһен алғанда аҡыл һынашыу)
үҙәк урында Topwiah, бер үк ваҡытта уны күрмәү ҙә мөмкин
түгел. Һөйләүсе, нигеҙҙә, йомаҡтың күңел асыу функцияһына
баҫым яһай, әммә материал үҙе боронғо мотивтарҙы һис кенә
лә ысҡындырмай. Быны өс йомаҡтың яуабын таба алмаған
кешегә бирелгән «яза» рәүеше күрһәтә. Әйткәндәй, халыҡ
ижадына йомаҡты сисә алмаған осраҡта ҡулланылған «яза»-
ның икенсе төрҙәре лә һаҡланған. «Бағлантаҙ менән хан ҡы
ҙы» исемле әкиәттә, мәҫәлән, йомаҡтың яуабын таба алмаған
кейәү егеттәренең киҫелгән баштарынан оло-оло убалар ҡ ал ­
ҡып сығыуы һүрәтләнә. Бында, әлбиттә, әкиәт фантастикаһы, гипербола алымы көслө. Әммә ошо уйҙырмаға нигеҙ
биргән мотив осраҡлы түгел.

Йомаҡ ҡойошоу мәлендә «яза»ның еңелерәк ысулдары ла
булған — ул өс яуапты таба алмаған баланың маңлайына өс
мәртәбә сиртеүе (был күренеш беҙ үҫкән саҡта ла бар ине).

 

 

сығанаҡ: Башҡорт халыҡ ижады. 9-сы том

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: