Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
19 Декабрь 2022, 15:00

Талантының сиге юҡ

Яҡташыбыҙ Фәнисә Бикбаеваға “Татар милләтенә күрһәткән оло хеҙмәттәре өсөн Бөтөн Донъя татар конгрессы “Халыҡ-ара Берлеге”  медале бирелде.

 

Яңыраҡ Өфөлә Бөтөн Донъя татар конгресының Башҡортостандағы вәкиллеге ойошторған йыл йомғаҡлау сараһы булып уҙҙы.

Унда  яҡташыбыҙ Фәнисә Бикбаеваға “Татар милләтенә күрһәткән оло хеҙмәттәре өсөн Бөтөн Донъя татар конгрессы “Халыҡ-ара Берлеге”  медале бирелде. Награданы Бөтөн донъя татар конгресының Милли Шура рәйесе Вәсил Шәйхразыев үҙе тапшырҙы.

Фәнисә Муса ҡыҙы юғары наградаға ысын мәғәнәһендә лайыҡ, талантлы, тормошҡа ижад күҙлегенән ҡараған шәхес. “Мәләүез таңдары” яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы ла.  Шиғыр, хикәйәләре газета-журналдарға мәҡәләләр яҙа. Күптән түгел “Изге мираҫ” исемле икенсе китабы донъя күрҙе. Шулай уҡ үҙенең тыуып үҫкән ауылын, ауылдаштарын да онотмай. Шәжәрә, Ҡорбан байрамын, ауыл юбилейҙарын үткәрешергә  ҙур көс һала. Ул ойошторған “Умырзая” вокаль ансамбле менән ҡала һәм районда уҙғарылған байрамдарҙы биҙәй.

2019 йылда асҡан ғаилә музейында  ғына 700-ҙән артыҡ быуындан-быуынға һаҡланған йорт-хужалыҡ кәрәк-ярағы, экспонат тупланған. Музейҙан кеше өҙөлмәй, мәктәп балаларынан башлап хаҡлы ялдағылар, төрлө ҡалаларҙан ҡунаҡтар килеп кенә тора. Кеше ҙурлығындағы төрлө миллләт кейемендәге ҡурсаҡтары музейға йәм биреп, йәнләндерә, Фәнисә ханым уларҙы ҡала һәм район сиктәрендә уҙғарылған байрамдарға алып сыға. Әйткәндәй, ундай ҡурсаҡтарҙы Башҡортостанда бер кем дә яһағаны юҡ. 

Фәнисә ханыма киләсәктә лә ижади уңыштарға өлгәшергә, яңы үрҙәргә ирешергә насип итһен!

Фәүзиә ЗӘЙНЕТДИНОВА.

Фото ғаилә архивынан.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: