Конгэк
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
29 Декабрь 2022, 13:05

Хафаланма, әсәй!

Әнисә ТАҺИРОВА Фатихаңды алайым да, әсәй, Юлланайым алыҫ юлдарға. Мин аҙашмам сит-ят һуҡмаҡтарҙа, Яндарымда тоғро моң барҙа...

Хафаланма, әсәй!
Хафаланма, әсәй!

Һәр саҡ изге һинең теләктәрең,
Ҡалыусылар булды таш бәреп.
Нисә тапҡыр киттем сит яҡтарға
Ҡанаттарым һынып, имгәнеп.
 
Уфтанаһың:
-Бынау мәхшәр мәлдә
Китәһең шул, тиеп, тағы ла.
Күпме әсә бөгөн юлға ҡарап,
Ҡайнар күҙ йәштәре ағыҙа.
 
Ҡара әсәй, бынау аҡ ҡумтаға,
Ҡала минең мәрйен муйынсам.
Шул мәрйенде ал һин ҡулдарыңа,
Болоҡһотһам, сыҡмай уйыңдан.
 
Зәңгәр мәрйен....
Әгәр тыныс булһам,
Гел уң килеп торһа эштәрем,
Ҡалыр улар шулай зәңгәр килеш
Үҙгәртмәйсә асыҡ төҫтәрен.
 
Әгәр ҙә мин бик юҡһынып китһәм,
Үҙ итмәйсә ерен ситтәрҙең.
Күҙ йәшендәй, бер емелдәп ҡуйыр,
Һарғылт төҫкә инеп аҡ мәрйен.
 
Сағыу, саф бөртөктәр тоноҡланып,
Емелдәһә көрән төҫ менән,
Хафаланма, әсәй,
Ҡайтыр юлым
Ваҡытлыса ғына өҙөлгән.
 
Ләкин яҙмыш
Йырсы мосафирға
Мәрхәмәтһеҙ булмаҫ шул ҡәҙәр.
Зәңгәр төҫтәр уйнар мәрйендәрҙә
Ҡайтыр юлға сыҡһам мин әгәр.
 
Аҡ ҡумтала ҡара мөһөр ҡалмаҫ,
Насип булыр имен ҡайтырға.
Бары, әсәй, мине һин үҙеңдең
Фатихаңдан ғына ҡалдырма!

Автор:Гульназ Салаватова