Бөтә яңылыҡтар

Күңелгә яҡын эш булһа...

Ҡартайырға ваҡыт юҡ

Владимир Иванович ғүмеренең алтын осорон күңеленә хуш килгән шөғөлгә бағышлай. Күктәрҙән әҙәмгә бирелгән һәләтте үҫтерергә бер ҡасан да һуң түгел. “Хоҙай тағы ла 10 йыл ғүмер бирһә, рәсем төшөрөү серенә төшөнөр инем”, - тигән бар донъяға билдәле талант эйәһе,  87 йәшлек япон рәссамы Кацусика Хокусай. Ҡасандыр был яҡта ижад иткән, ә хәҙер Рязань өлкәһендә йәшәгән рәссам Виктор Иванов 95 йәшендә лә картиналар төшөрә. Мәләүез минераль ашламалар заводы төҙөлөшө  осоронда етәксе вазифаһын атҡарған  Николай Горячкин да хаҡлы ялға сыҡҡас яратҡан шөғөлөнә -  ҡыл ҡәләмгә тотонған”, - ти талант эйәһе.

Автор:Аклима Имамова