Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
17 Апрель 2023, 13:10

Рәсүл Ғамзатов шиғырҙарын балалар уҡый

2023 йылдың 24 апреленән 22 майына тиклем "Уҡыусылар мәҙәниәте" милли проекты сиктәрендә шағирҙың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы Бөтә Рәсәй акцияһы үтә

Рәсүл Ғамзатов шиғырҙарын балалар уҡый
Рәсүл Ғамзатов шиғырҙарын балалар уҡый


Рәсүл Ғәмзәтов бөйөк шағир ғына түгел, ә публицист, прозаик, тәржемәсе. Дағстан шағирының исеме илебеҙҙең халыҡтарын һәм быуындарын бәйләй. Рәсүл Ғәмзәтов 100 йыл тулыу айҡанлы "Уҡыусылар мәҙәниәте" ведомство-ара проекты бөтә Рәсәй акцияһын тәҡдим итә, ул ике йүнәлеш буйынса — белем биреү һәм интерактив йүнәлештә үтәсәк.

24 апрелдән 30 апрелгә тиклем Дағстан Республикаһы театрҙары актерҙары рәсүл Ғамзатов шиғырҙарын уҡый. Видеояҙмалар "Уҡыусылар мәҙәниәте.РФ" порталында һәм "ВКонтакте" социаль селтәренең "Уҡыусылар мәҙәниәте" төркөмө берләшмәһендә урынлаштырыласаҡ.

Акцияның интерактив өлөшөндә уҡыусыларға рәсүл Гамзатов яратҡан шиғырын уҡырға һәм "ВКонтакте" социаль селтәрендә хештег менән яҙма баҫтырып сығарырға тәҡдим ителә  #гамзатовкдш
Онлайн-конкурста ҡатнашыусылар өс йәш категорияһы буйынса баһаланасаҡ: 6—10 йәш; 11 — 14 йәш; 15 —17 йәш.

Акция һөҙөмтәләре буйынса жюри һәр йәш категорияһынан 10 еңеүсене һайлап алына. Еңеүселәр «Уҡыусылар мәҙәниәте» проекты буйынса таныҡлыҡ һәм бүләктәр ала, ә иң яҡшы спектаклдәр порталда донъя күрәсәк «Культурадляшкольников.РФ».

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: