Конгэк
-6 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Етәкселәр өлгө күрһәтә!
Бөтә яңылыҡтар

Өфөлә «Рәсәй — Белоруссия» халыҡ-ара мәктәп спорт фестивале башланды

26 июндә Өфө «Ватан» этнопаркында «Рәсәй — Белоруссия» мәктәп спортының халыҡ-ара фестивален асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй Федерацияһы Советы рәйесе урынбаҫары Юрий Воробьёв ҡатнашты. Ул Өфөлә үткән ике ил төбәктәренең X юбилей форумы саралары программаһы сиктәрендә башланды. Почетлы ҡунаҡтар фестивалдә ҡатнашыусыларҙы ҡотланы 

Өфөлә «Рәсәй — Белоруссия» халыҡ-ара мәктәп спорт фестивале башланды
Өфөлә «Рәсәй — Белоруссия» халыҡ-ара мәктәп спорт фестивале башланды

"Рәсәй - Белоруссия" халыҡ-ара мәктәп спорт фестивале Өфөлә 29 июнгә тиклем дауам итәсәк. Ярыштарҙа уҡыусылар ете дисциплина буйынса миҙалдар өсөн көс һынашасаҡ: футзал, баскетбол 3×3, волейбол, шахмат, өҫтәл теннисы, бадминтон, йөҙөү. Уйындарҙа 400-гә яҡын бала ҡатнаша. Рәсәй Федерацияһы командалары составына Донецк Халыҡ Республикаһы, Ҡырым, Севастополь һәм Башҡортостан вәкилдәре ингән.

Ярыштар бер үк ваҡытта Өфөнөң өс универсаль спорт майҙансығында — «Динамо» спорт-күрһәтмәләр комплексында, Өфөнөң 32-се спорт мәктәбендә һәм «Рима Баталова» спорт әҙерлеге үҙәгендә үтәсәк.

фото: https://glavarb.ru/

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас в