Конгэк
-6 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Етәкселәр өлгө күрһәтә!
Бөтә яңылыҡтар

Гел һағыштан тормай тормош...

Гел һағыштан ғына тормай тормош,Ҡыуанысы була, шатлығы.Ҡараңғы төн уҙғас атҡан таңдарАлып килә көндәр аҡлығын.

Гел һағыштан тормай тормош...
Гел һағыштан тормай тормош...

Гел һағыштан ғына тормай тормош,
Ҡыуанысы була, шатлығы.
Ҡараңғы төн уҙғас атҡан таңдар
Алып килә көндәр аҡлығын.

Бисмилланы әйтеп ҡаршы алайыҡ
Яңы тыуған алһыу таңдарҙы.
Ғазап уттарында янмай ғына
Бәхеткәйен кеше табырмы?

Сырхауҙарға дауа бирһен Хоҙай,
Юғалткандар ҡабат тапһындар.
Шишмәләрем сылтыр-сылтыр килеп,
Үҙ юлдары менән аҡһындар.

Ҡайҙа алып барыр оҙон юлдар,
Үтәһе дә әле үтәһе.
Төндәрҙән һуң көндәр килмәй ҡалмаҫ,
Иң хәйерле булһын иртәһе.

Әлфирә Хәзиева.

 

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотолары.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас в