Конгэк
-6 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Етәкселәр өлгө күрһәтә!
Бөтә яңылыҡтар

Ҡайтаһыңмы, балам?

- Отпускыңда көтәм, балаҡайым,Ейәндәрҙе килә ҡосаһым.- Көтмә, әсәй, билет алдыҡ күптән,Таиландҡа бөгөн осаһы...

Ҡайтаһыңмы, балам?
Ҡайтаһыңмы, балам?

- Ҡайтаһыңмы, балам, был аҙнала,
Ейәндәрҙе бигерәк һағындым.
Туҡмас киҫеп ҡуйҙым, бәлеш һалам,
Хәл алырһығыҙ мунса сабынып.


- Беләһең бит, әсәй, эштәр тығыҙ,
Өс ҡатлы йорт яңы төҙөнөк.
Шәмбе көндө йыһаз килтерәләр,
Мәшәҡәттәр тора теҙелеп.


- Был байрамда дүрт көн ял була ти,
Ҡайтаһығыҙҙыр инде иркенләп?
- Ваҡыт етмәҫ, дача баҡсаһында
Үтер инде уның дүрте лә.


- Отпускыңда көтәм, балаҡайым,
Ейәндәрҙе килә ҡосаһым.
- Көтмә, әсәй, билет алдыҡ күптән,
Таиландҡа бөгөн осаһы.


- Ни хәл, әсәй? Ҡайтырға сығабыҙ,
Бүләктәрҙе һиңә тейәнек...
- Әсәйегеҙ кинәт үлеп китте
Урам ҡапҡаһына һөйәлеп...

Илдар Хафизов.

Сығанаҡ: https://vk.com/bashstatus

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас в