Конгэк
+26 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
23 Август 2023, 16:05

Һеҙ яратҡан йыр

Ел бауырлап осҡан ҡоштарАҡсарлаҡ түгел микән?Һин киткәнгә мин түҙермен,Йөрәгем түҙер микән?..Һин киткәнгә мин түҙермен,Йөрәгем түҙер микән?

Һеҙ яратҡан йыр
Һеҙ яратҡан йыр

Ел бауырлап осҡан ҡоштар
Аҡсарлаҡ түгел микән?
Һин киткәнгә мин түҙермен,
Йөрәгем түҙер микән?
Һин киткәнгә мин түҙермен,
Йөрәгем түҙер микән?

Аҡсарлаҡтар уйнар күлдә
Табып алдым пар ҡанат.
Һөйөүемдең билгеһе тип,
Түшемә ҡуйҙым ҡаҙап.
Һөйөүемдең билгеһе тип,
Түшемә ҡуйҙым ҡаҙап.

Ҡаурый ғына тороп ҡалды
Ҡанатлы һөйөүемдән.
Ҡайтауаздар ғына ҡалды
“Яратам”, — тиеүеңдән...
Ҡайтауаздар ғына ҡалды
“Яратам”, — тиеүеңдән...

Ел бауырлап осҡан ҡоштар
Аҡсарлаҡ түгел микән?
Һин киткәнгә мин түҙермен,
Йөрәгем түҙер микән?
Һин киткәнгә мин түҙермен,
Йөрәгем түҙер микән?

Буранбай Исҡужин һүҙҙәре,
Юлай Үҙәнбаев көйө

Фото https://stranabolgariya.ru/foto/more-s-chajkami.html

Сығанаҡ: https://vk.com/vatandash_journal

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: