-6 °С
Болотло
- Алло, ни хәл? Ни эшләйһең?
- Эш бөткәнме баҡсала?
Кисә һыу һипмәгән инем,
Ҡыяр әлһерәп ята.
Колорадо ҡуңыҙына
Өс ҡат һиптерҙек дарыу.
Ҡайҙа бында таҙа аҙыҡ,
Беҙ ҙә ашайбыҙ ағыу.
Еләк тә быйыл әҙ булды.
Күпме һыуын һиптерәм!
Лутсы һатып алып ашау,
Кәрәк түгел, ғарыҡ булдым,
Киләһе йыл бөтөрәм!
Помидорҙар бешеп ята,
Тоҙлағаны ашалмай.
Балалар үҫтерҙек, улар
Эш күп саҡта ҡайталмай.
Ә мужикка рәхәт, ана,
Эҫе тип өйҙә ята
Миңә генә ал да ял юҡ,
Шулар тип билем ҡата.
Түтәлдәргә әйтерһең дә
Сүп үләне сәскәндәр.
Утап ҡына сыҡҡан инем,
Яңынан баш төрткәндәр.
Ямғыр яуһа хет берәй көн
Ял итер инем бер аҙ,
Һөйләшергә ваҡытым юҡ,
Һин смс ҡына яҙ!
(Авторы билдәһеҙ)