Конгэк
+8 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
5 Сентябрь 2023, 11:40

Алма йылы

Алма йылымы был? Шул ҡәҙәр ҙә Күп булғаны юҡсы хәтерҙә. Тәгәрәп тә киткән алма артынан Ҡайтырмын да кеүек бер көнгә...

Алма йылы
Алма йылы

Алма йылы

Алма - батшаһымы донъябыҙҙың?

Хуш еҫенән баштар әйләнә.

Баҙарҙарҙан хатта үтеп булмай,

«Алма ал!» - тип, барыһы бәйләнә.

 

Алма йылымы был? Шул ҡәҙәр ҙә

Күп булғаны юҡсы хәтерҙә.

Тәгәрәп тә киткән алма артынан

Ҡайтырмын да кеүек бер көнгә...

 

Балдан татлы алһыу емеш һуҙҙың,

Сағыштырып мине Аллаға.

Ышанғайным татлы һүҙҙәреңә,

Ҡыуанғайным хатта алмаға.

 

Алмағастың алһыу томанында

Ҡалды, ахыры, хистәр аҙашып.

Тәгәрәне алма әллә ҡайҙа,

Бүлеп икебеҙҙең яҙмышты.

 

Иҫем китмәй инде татлы һүҙгә,

Алмаларға хәҙер алданмам.

Алма еҫе генә алып ҡайта

Алма кеүек матур йылдарға.

 

Алмаларым ҡойола туп та туп.

Ваҡыттарҙы булмай туҡтатып...

Мәрйәм КҮСМӘЕВА.

 

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: