ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
20 Ноябрь 2018, 13:04

Алдырам, яратам, таратам!

Матбуғат кампанияһы башланыу менән гәзит-журналдар араһында, иң беренсе үҙебеҙҙең районда сыҡҡан башҡорт гәзитенә яҙылам. Коллективым да гәзит-журналдарҙың әһәмиәтен яҡшы аңлай һәм “Көнгәк”кә әүҙем яҙыла.

Мин “Көнгәк” гәзитен сыға башлағандан алып яҙҙырам. Киләсәктә лә алдырасаҡмын, тип ышаныслы әйтә алам, сөнки баҫманы үҙем генә түгел, тормош иптәшем, балаларым да көтөп ала.
Матбуғат кампанияһы башланыу менән гәзит-журналдар араһында, иң беренсе үҙебеҙҙең районда сыҡҡан башҡорт гәзитенә яҙылам. Коллективым да гәзит-журналдарҙың әһәмиәтен яҡшы аңлай һәм “Көнгәк”кә әүҙем яҙыла. Йәмәғәт ойошмаһы рәйесе булараҡ та, күңел талабы буйынса ла һәр ваҡыт туған телебеҙҙәге баҫманы рекламалайым. Сер түгел: бөгөнгө алдынғы технологиялар заманында мәғлүмәт күп. Интернет киңлектәрен байҡаһаң, шулай уҡ бушлай таратылған гәзиттәрҙә лә йәнең нимә теләй, бөтәһен дә табырға мөмкин. Шулай ҙа туған телдә сыҡҡан, үҙебеҙҙең ерлеккә нигеҙләнгән “Көнгәк”тең рухи тормошобоҙҙағы роле баһалап бөткөһөҙ. Мин үҙем шәхсән район яңылыҡтарын яратып уҡыйым, шулай уҡ урындағы ҡәләм оҫталары ижадын көтөп алам. Тормош ваҡиғаларына, кеше яҙмыштарына нигеҙләнгән мәҡәләләр бик оҡшай.
Ләлә РАФИҠОВА, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе.

Материалдың тулы вариантын гәзиттең 92-се һанында уҡығыҙ.


Читайте нас: