Конгэк
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
30 Май 2019, 17:32

Осрашыу һөҙөмтәле үтте

Гәзит-журналдарға ташлама менән яҙылыу декадаһының бер көнөн дә бушҡа үткәрмәнек. Ҡала ойошмалары йәмәғәт таратыусылары, почта бүлексәләре начальниктары, почтальондар, әүҙем уҡыусыларыбыҙ менән осраштыҡ.

Гәзит-журналдарға ташлама менән яҙылыу декадаһының бер көнөн дә бушҡа үткәрмәнек. Ҡала ойошмалары йәмәғәт таратыусылары, почта бүлексәләре начальниктары, почтальондар, әүҙем уҡыусыларыбыҙ менән осраштыҡ.
Һарыш ауылы биләмәһендә үткән Матбуғат көнө бик һөҙөмтәле булды. Ауыл китапханаһы хеҙмәткәре Әлиә Ғәлләмова, биләмә ветерандары йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлниса Килдебаева ярҙамында ауыл халҡы менән осрашыу үткәрҙек. Унда Мотай һәм Аҡназар ауылдарынан да гәзиткә яҙылыусылар килде.
Иң башта Башҡортостандың 100 йыллығы һәм Театр йылына арналған һәм шулай уҡ “Көнгәк” гәзите тураһында викторина ойошторҙо. Уйын бик ҡыҙыҡлы үтте. Тиҙерәк яуап табырға тырышҡан оло быуын вәкилдәрен күреү үҙе бер кинәнес ине. Уларҙың үҙҙәренә лә уйын бик оҡшаны. Бер һорау ҙа асыҡ ҡалманы тиһәң, бер ҙә арттырыу булмаҫ. Ҡатнашыусыларҙың бөтәһенең дә тиерлек мәрәйе бер тигеҙ булды. Шулай ҙа улар араһындағы иң оло кеше Роза Саҙретдинова зирәклеге һәм отҡорлоғо менән айырылды. Һөҙөмтәлә ул викторина еңеүсеһе тип танылды һәм төп приз – барбекю бешерә торған ҡорамал менән бүләкләнде. Дәррәү генә гәзиткә яҙылғас, сәй табыны ла күңелле үтте.
Лена СӘЛИХОВА.
Әҡлимә ИМАМОВА фотоһы.