Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
22 Октябрь 2019, 16:44

Һарыштар гәзит уҡый

Милли баҫма - кешене рухи яҡтан байытыусы ғына түгел, фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу, көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү майҙансығы ла.Компьютер, һәр төрлө технологиялар үҫешкән бөгөнгө заманда матбуғатты һаҡлап ҡалыу бик еңелдән түгел. Әммә, нисек кенә булмаһын, гәзит-журналдарға тоғро ҡалыусылар бар әле.

Милли баҫма - кешене рухи яҡтан байытыусы ғына түгел, фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу, көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү майҙансығы ла.

Компьютер, һәр төрлө технологиялар үҫешкән бөгөнгө заманда матбуғатты һаҡлап ҡалыу бик еңелдән түгел. Әммә, нисек кенә булмаһын, гәзит-журналдарға тоғро ҡалыусылар бар әле.

Яҡташтарыбыҙ араһында ла баҫмабыҙға яҙылған, яратып уҡыған һәм башҡаларға ла матур өлгө күрһәткәндәр етерлек.

Беҙ, редакция хеҙмәткәрҙәре, үҙ уҡыусыларыбыҙ менән күптән дуҫлыҡ күпере булдырғанбыҙ. Улар менән хәбәрләшеп, осрашып торабыҙ.

Матбуғатҡа ташлама менән яҙылыу осоронда Һарыш ауылында биләмә ветерандары йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлниса Килдебаева һәм ауыл китапханаһы хеҙмәткәре Әлиә Ғәлләмова ярҙамында гәзит уҡыусылар менән осрашыу үткәрҙек.

Ул Башҡортостандың 100 йыллығына арналған кисә менән башланып китте. Ҡатнашыусылар араһында оло быуын кешеләренең булыуы сараға йәм, мәртәбә өҫтәне. Һоҡланғыс ғүмер юлы үткән ауыл ағинәйе 80 йәшлек Кәшифә Хисмәтуллина Мостай Кәримдең «Ашыҡма килергә, ҡартлығым...» шиғырын күңелдәргә үтеп инерлек итеп һөйләне. Уның сығышы бер кемде лә битараф ҡалдырманы, оло кешеләрҙең тормошона байҡау булараҡ ҡабул ителде.

Артабан сара ике команда араһындағы викторина менән дауам итте. Ундағы һорауҙар республиканың ете мөғжизәһе, ауыл-ҡалалары, билдәле урындары тураһында булды. Сәмле ярыш әйтем-мәҡәлдәр, Башҡортостанға арналған йырҙар менән үрелеп барҙы. Һәр команда зирәклек, тапҡырлыҡ күрһәтте. Байрам һуңында табын артында бергәләшеп сәй эсеү, аралашыу һәр кемгә дәрт өҫтәне, матур тәьҫораттар бүләк итте.

Шунда уҡ «Көнгәк»кә яҙылыу ойошторолдо. Һарыштар һәр йылдағыса, был көндә лә әүҙемлек күрһәтте. Гәзитте үҙҙәренә генә түгел, яҡындарына яҙҙырыусылар ҙа булды. Ауыл халҡы менән баҫма хаҡында фекер алышыу, уларҙың тәҡдимдәрен, теләктәрен тыңлау, эшебеҙгә баһа алыу беҙгә лә дәрт, илһам өҫтәне һәм аныҡ маҡсаттар билдәләүгә этәргес булды.