Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
8 Апрель 2021, 09:05

Педагогия хеҙмәте ветераны Гөлниса Әхмәтшәриф ҡыҙы Килдебаева: “Көнгәк” – минең дуҫым да, рухи аҙығым да”

“Көнгәк” гәзитен беҙҙең ғаилә йыл һайын яҙҙыра. Сыға башлағандың 100 көнө тулыуға арналған сағыу тантанала ла ҡатнашыу бәхете . Шунда уҡ был яңы баҫманың яҙмышы ышаныслы ҡулдарҙа икәнлеген күҙаллағайным. Уйым раҫҡа сыҡты – бына егерме йылға яҡын үҙенең “Илегеҙгә - ҡот, йортоғоҙға - бәрәкәт” девизы менән алға барыуын дауам итә. Ошо осорҙа ул бик күптәрҙең тоғро дуҫына әйләнде. Мәктәптә эшләгән йылдарҙа ла ваҡыт табып, башынан аҙағынаса уҡый инем, ә хәҙер хаҡлы ялда һәр һанын көтөп алабыҙ. Бигерәк тә пандемияға бәйле былтырғы үҙ ҡурсаулыҡ режимында йәшәгәндә ул район тормошо менән бәйләгән берҙән-бер сара булды.

Гәзит битендә элекке хеҙмәттәштәрем, бергә эшләгән педагогтарым хаҡында уҡырға яратам. Шулай уҡ замандаштар, бөгөнгө йәштәр, ветеран уҡытыусы булараҡ мәктәп тормошо, уҡыусылар тураһында материалдар ҡыҙыҡһыныу уята. Ғөмүмән, “Көнгәк” йәшәйешебеҙҙең төрлө өлкәһен яҡтыртырға тырыша. Шуға күрә яҡташтарымды район, республика яңылыҡтарын ваҡытында, сифатлы һәм нисек бар шулай белергә теләһәгеҙ, гәзиткә яҙылайыҡ тип өндәйем. Мәғлүмәтле кеше – көслө, тиҙәр. Беҙгә бөгөнгө тиҙ үҙгәргән заманда мәғлүмәтле лә, белемле лә булырға кәрәк!
“Көнгәк”кә яҙылайыҡ, дуҫтар!
Хаҡтарҙы иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: 15 апрелгә тиклем генә "Көнгәк" гәзитенә аҙыраҡ арзаныраҡ хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө бара.
6 айға - 909 һум 18 тин.
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм I, II төркөм инвалидтарға:
6 айға - 839 һум 70 тин.
Читайте нас: