Конгэк
+11 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
25 Май 2021, 16:30

Быҙау өсөн "көрәш" башланды...

"Былтыр бер тоҡ иген отҡайным, хәҙер шуны ашатырға быҙау кәрәк", "Теге быҙау миңә эләкһә, һеҙҙе әбизәтелне һуғым ашына саҡырам", "Шул быҙауығыҙ ысынмы ул хыт?", "Анау быҙауҙы отһам, ҡалайтырым икән? Гурытта йәшәйем бит әле..."

Ниндәй генә шылтыратыуҙар, смс-хәбәрҙәр килмәй беҙгә! Быҙау өсөн "көрәш" башланды, йәмәғәт. Игенде ашатырға, ысынлап та, мал кәрәк. Һуғым ашына ла барырбыҙ, хатта эсәген йыуырға ла ярҙамлашырбыҙ. Гурытта йәшәһәгеҙ ни, уны бит һатып ебәреп була, аҡса кеҫәгеҙҙе тишмәҫ. Ысын беҙҙең быҙауыбыҙ, муляж түгел. Теп-тере мал! Отоғоҙ ғына, дуҫтар, булған нәмәгә урын табылыр. Йәгеҙ, йүгерегеҙ почтаға! Квитанцияғыҙҙы беҙгә ебәрә һалығыҙ!
Читайте нас: