Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
24 Июнь 2021, 11:05

Хеҙмәтенә күрә - хөрмәтеме?

Беҙҙең ауылда хат ташыусы булып ҡоҙа тейешле ағай эшләне. Ҡышын - сана, йәйен йә һыбай, йә арбала 18 саҡрымда ятҡан күрше ауылға аҙнаһына бер-нисә барып әйләнә ине. Урам тулы мәктәп йәшендәге бала-саға, хат ташыусының ҡайтып, бер аҙ хәл алғанын көтәбеҙ ҙә, икешәр-өсәрләп уларҙың өйө яғына йүнәләбеҙ. Һаулыҡ һорашып, гәзит-журналдарҙы кәлләп, араһына хаттарҙы ҡыҫтырып һалғанын көтәбеҙ, шул арала үҙебеҙ яҙҙырмағандарын ҡараштырғылап күҙ йүгертеп сығабыҙ. Хат ташыусының, ҡатынының берәй ҡасан кәйефһеҙ сағын, емерек йөҙөн күрһәксе! Бәлки уларҙың башҡа эштәре булғандыр, әммә бер ҡасан да кире бороп сығарғандары булманы. Ҡай саҡта өй тулы бала-саға йыйылып китә. Әле һаман (бер мин генә түгелмендер тип уйлайым), ҡоҙа менән ҡоҙаса тураһында йылы ғына хәтирәләр һаҡланған, икеһенә лә рәхмәтлемен.Бөгөн почтальон хеҙмәте хөрмәткә лайыҡмы, ниндәй проблемалары бар? Ошо турала мәғлүмәт туплай башалғас, Томансы менән Апасҡа почтальон булып эшләргә теләк белдереүселәр юҡлығын ишетеп аптыраным. Гәзит уҡыусылар барлыҡҡа бар, хат ташыусы юҡ. Аҡса әҙәм балаһының эсен тишәме, шул турала халыҡ фекерен белергә булдыҡ.

Беҙҙең ауылда хат ташыусы булып ҡоҙа тейешле ағай эшләне. Ҡышын - сана, йәйен йә һыбай, йә арбала 18 саҡрымда ятҡан күрше ауылға аҙнаһына бер-нисә барып әйләнә ине. Урам тулы мәктәп йәшендәге бала-саға, хат ташыусының ҡайтып, бер аҙ хәл алғанын көтәбеҙ ҙә, икешәр-өсәрләп уларҙың өйө яғына йүнәләбеҙ. Һаулыҡ һорашып, гәзит-журналдарҙы кәлләп, араһына хаттарҙы ҡыҫтырып һалғанын көтәбеҙ, шул арала үҙебеҙ яҙҙырмағандарын ҡараштырғылап күҙ йүгертеп сығабыҙ. Хат ташыусының, ҡатынының берәй ҡасан кәйефһеҙ сағын, емерек йөҙөн күрһәксе! Бәлки уларҙың башҡа эштәре булғандыр, әммә бер ҡасан да кире бороп сығарғандары булманы. Ҡай саҡта өй тулы бала-саға йыйылып китә. Әле һаман (бер мин генә түгелмендер тип уйлайым), ҡоҙа менән ҡоҙаса тураһында йылы ғына хәтирәләр һаҡланған, икеһенә лә рәхмәтлемен.
Бөгөн почтальон хеҙмәте хөрмәткә лайыҡмы, ниндәй проблемалары бар? Ошо турала мәғлүмәт туплай башалғас, Томансы менән Апасҡа почтальон булып эшләргә теләк белдереүселәр юҡлығын ишетеп аптыраным. Гәзит уҡыусылар барлыҡҡа бар, хат ташыусы юҡ. Аҡса әҙәм балаһының эсен тишәме, шул турала халыҡ фекерен белергә булдыҡ.
Венир Исламғолов, Аптраҡ ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы:
  • Ярты ставкаға эшләргә теләк белдереп бармайҙар шул. Кеше эшләмәй йәшәргә өйрәнде хәҙер.
  • Исемен әйтергә теләмәгән почта хеҙмәткәре:
    • Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хат ташыусының исеме генә тороп ҡалды шул. Тәү сиратта беҙгә эш хаҡынан да күберәк хаҡҡа тауар һатырға бурыс йөкмәтәләр. Һатмаһаң, премия булмай. Аптырағандан, кешегә бурысҡа биреп торабыҙ. Икенсенән, страховка менән йәнде ашайҙар - йорт-ҡураны, һаулыҡ һаҡлау кеүек страховкалар тәҡдим итәбеҙ халыҡҡа, унда ла план. Иң һуңғы сиратта ғына - ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу. Бигерәк күп талап күп хәҙерге почтальонға, шуның арҡаһында күптәр түҙмәй, эштән китә. Аныҡлап әйтеп тормайым, бер почта начальнигы халыҡҡа көтәсәккә биргән дә биргән, бик ныҡ бурысҡа батҡан. Бик ҡыйын хәл. План, план тип таптырҙылар ҙа, хәҙер эштән китергә мәжбүр.
    • Үрҙәге һәм тағы башҡа төрлө халыҡ фекерен ишеткәс, хайран ҡалдым. Хәҙер почта хеҙмәткәре үҙенең төп функцияһын үтәмәй, халыҡҡа күберәк башҡа төрлө хеҙмәт күрһәтә булып сыға түгелме? Ярай, элеккесә ауылдан-ауылға моҡсай артмаҡлап гәзит ташырға түгел, мәҫәлән, Томансы, Апас ауылына алып барып еткерҙеләр ҙә, ти. Баҙар шарттарында, әлбиттә, һәммәбеҙ ҡулдан килгән эште алып барабыҙ, белмәһәк, өйрәнәбеҙ. Шулай ҙа, атҡа ла көсө еткән хәтле йөктө артмаҡлайҙар. Улар һатҡан көнкүреш кәрәк-яраҡ әйберҙәре лә көн дә ашай торған әпәй түгел. Алты мең ярым һум хеҙмәт хаҡы өсөн, сиған шикелле өй бөрөнсә йөрөп, тауар тәҡдим итеү, минеңсә, һәр кемдең ҡулынан килмәй, әлбиттә.
      Автор:Аклима Имамова
      Читайте нас: