Конгэк
+26 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
29 Июль 2021, 13:15

Шәп бүләк!

Ҡоролоҡ, янғын хәүефһеҙлеге янаған йәйҙә гәзит уҡыусыларыбыҙ өсөн әҙерләгән бүләктәребеҙ һәләк йәтеш булды: Воскресенск ауылынан бағыусыбыҙ, егәрле эшҡыуар Анатолий Зайчиков 10 тоҡ күмер биргәйне, шуны таратып ҡыуанабыҙ. “Шөшлөк әҙерләр, самауыр ҡайнатыр өсөн ут яғырға ла ҡурҡып торабыҙ. Үҙем дә йәшеллек һағында торам - “Башҡортостан” милли парында эшләйем, усаҡ тоҡандырһам, халыҡ мине аңламаясаҡ. Биргән бүләгегеҙ өсөн хатта ҡыуанды Гөлнур апайығыҙ”, -ти күмер артынан килгән Йәмил Үҙәнбаев.

Шәп бүләк!
Шәп бүләк!

Ҡоролоҡ, янғын хәүефһеҙлеге янаған йәйҙә гәзит уҡыусыларыбыҙ өсөн әҙерләгән бүләктәребеҙ һәләк йәтеш булды: Воскресенск ауылынан бағыусыбыҙ, егәрле эшҡыуар Анатолий Зайчиков 10 тоҡ күмер биргәйне, шуны таратып ҡыуанабыҙ. “Шөшлөк әҙерләр, самауыр ҡайнатыр өсөн ут яғырға ла ҡурҡып торабыҙ. Үҙем дә йәшеллек һағында торам - “Башҡортостан” милли парында эшләйем, усаҡ тоҡандырһам, халыҡ мине аңламаясаҡ. Биргән бүләгегеҙ өсөн хатта ҡыуанды Гөлнур апайығыҙ”, -ти күмер артынан килгән Йәмил Үҙәнбаев. Әйткәндәй, йорт хужабикәһе бигерәк даланлы, баҡтиһәң. Гәзиткә яҙылған һайын, лотерея уйынында бүләкһеҙ ҡалмай, ит үткәргес тә, һауыт-һаба һәм башҡа күп приз отҡан ул. Дуҫтар, бергә булдыҡ, киләһе йылдарҙа ла бергә ҡалайыҡ

Шәп бүләк!
Шәп бүләк!
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: