Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
19 Ноябрь 2021, 13:20

Гәзитебеҙҙә - район тормошо

2022 йылдың беренсе яртыһына район баҫмаһына яҙылыу дауам итә. ”Көнгәк” гәзите - районыбыҙҙа берҙән-бер башҡорт телендә баҫтырылған мәғлүмәт сараһы. Матбуғат биттәрендә тыуған төбәгебеҙ, унда йәшәгән кешеләр, районда уҙған хәл-ваҡиғалар хаҡында уҡырға мөмкин. Боһорман ауылы мәҙәни йортонда ла гәзиткә яҙылыусылар көнө уҙҙы. “Матбуғатты өйөгө өйөгөҙгә алдырып, һеҙ һәр саҡ районыбыҙҙың яңылыҡтары менән хәбәрҙар булырһығыҙ. Үҙегеҙҙең хат-хәбәрҙәрегеҙ ҙә гәзит биттәрендә донъя күрер”, - тине реклама бүлеге хеҙмәткәре Маргарита Гашникова һәм яҙылыусыларға бүләктәр ҙә ҡушып бирҙе. Ауыл почтальоны Лилиә Тәүхитова, мәҙәниәт хеҙмәткәре Флүрә Бикташева әүҙемлек күрһәткән ауылдаштарына сәй табыны әҙерләгән. Телем, милләтем тип янып-көйгән ҡәҙерле яҡташтар, киләһе йылда ла “Көнгәк” менән бергә булайыҡ, бергә ҡалайыҡ. Ҡулға-ҡул тотоношоп эшләгәндә генә беҙ район баҫмаһын оҙон ғүмерле итә алабыҙ.

Гәзитебеҙҙә  - район тормошо
Гәзитебеҙҙә - район тормошо

2022 йылдың беренсе яртыһына район баҫмаһына яҙылыу дауам итә. ”Көнгәк” гәзите - районыбыҙҙа берҙән-бер башҡорт телендә баҫтырылған мәғлүмәт сараһы. Матбуғат биттәрендә тыуған төбәгебеҙ, унда йәшәгән кешеләр, районда уҙған хәл-ваҡиғалар хаҡында уҡырға мөмкин.

Боһорман ауылы мәҙәни йортонда ла гәзиткә яҙылыусылар көнө уҙҙы. “Матбуғатты өйөгө

өйөгөҙгә алдырып, һеҙ һәр саҡ районыбыҙҙың яңылыҡтары менән хәбәрҙар булырһығыҙ. Үҙегеҙҙең хат-хәбәрҙәрегеҙ ҙә гәзит биттәрендә донъя күрер”, - тине реклама бүлеге хеҙмәткәре Маргарита Гашникова һәм яҙылыусыларға бүләктәр ҙә ҡушып бирҙе. Ауыл почтальоны Лилиә Тәүхитова, мәҙәниәт хеҙмәткәре Флүрә Бикташева әүҙемлек күрһәткән ауылдаштарына сәй табыны әҙерләгән.

Телем, милләтем тип янып-көйгән ҡәҙерле яҡташтар, киләһе йылда ла “Көнгәк” менән бергә булайыҡ, бергә ҡалайыҡ. Ҡулға-ҡул тотоношоп эшләгәндә генә беҙ район баҫмаһын оҙон ғүмерле итә алабыҙ.

 

Гәзитебеҙҙә  - район тормошо
Гәзитебеҙҙә - район тормошо
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: