Конгэк
+21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
13 Ғинуар , 14:15

Бәрәкәтле ерҙең милли баҫмаһы

Бынан 20 йыл элек, ҡыуанып, өмөтләнеп көтөп алған сабый - “Көнгәк” бәрәкәтле Мәләүез еренә килде. Ул замандар етеҙерәк, дәртлерәк, ҡыйыуыраҡ ине. Журналистика аҡһаҡалы Юнир Кинйәбаевтың бик төплө, өндәгес “Илеңә - ҡот, йортоңа- бәрәкәт” девизы тиҙ арала абруй яуланы. Көнүҙәк ваҡиғалар, аналитик мәҡәләләр, иҡтисади биттәр, дини мәғлүмәттәр биргән, аҙнаһына өс тапҡыр сыҡҡан гәзиттең тиражы ла күп ине. Бөгөн дә ваҡытлы матбуғат, дөйөм әҙәбиәт электрон мәғлүмәт саралары тарафынан ҡыҫырыҡланған осорҙа, үҙ уҡыусыларына дуҫ, таяныс, кәңәшсе булып ҡала. Әлиә Әмирова етәкселегендә журналистар материал туплай, гәзиткә яҙылыу, уны таратыу мәсьәләләренә лә яуаплы, талапсан ҡарай. “Көнгәк”тәргә тағы ла яңы уңыштар, үткер ҡәләм, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ һәм ҡыуаныстар теләйем! Тимер НИӘТШИН, яҙыусы.

Бәрәкәтле ерҙең милли баҫмаһы
Бәрәкәтле ерҙең милли баҫмаһы

Бынан 20 йыл элек, ҡыуанып, өмөтләнеп көтөп алған сабый - “Көнгәк” бәрәкәтле Мәләүез еренә килде. Ул замандар етеҙерәк, дәртлерәк, ҡыйыуыраҡ ине. Журналистика аҡһаҡалы Юнир Кинйәбаевтың бик төплө, өндәгес “Илеңә - ҡот, йортоңа- бәрәкәт” девизы тиҙ арала абруй  яуланы. Көнүҙәк ваҡиғалар, аналитик мәҡәләләр, иҡтисади биттәр, дини мәғлүмәттәр биргән, аҙнаһына өс тапҡыр сыҡҡан гәзиттең тиражы ла күп ине.

Бөгөн дә ваҡытлы матбуғат, дөйөм әҙәбиәт электрон мәғлүмәт саралары тарафынан ҡыҫырыҡланған осорҙа, үҙ уҡыусыларына  дуҫ, таяныс, кәңәшсе булып ҡала. Әлиә Әмирова етәкселегендә журналистар материал туплай, гәзиткә яҙылыу, уны таратыу мәсьәләләренә лә яуаплы, талапсан ҡарай. “Көнгәк”тәргә тағы ла яңы уңыштар, үткер ҡәләм, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ һәм ҡыуаныстар теләйем!

Тимер НИӘТШИН,

яҙыусы.

Бәрәкәтле ерҙең милли баҫмаһы
Бәрәкәтле ерҙең милли баҫмаһы
Автор:Аклима Имамова