Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
14 Февраль 2022, 10:00

Иң ҙур бүләгебеҙ - быҙау Әбет ауылында

” Былтыр “Көнгәк” гәзите беҙҙең ауыл фермеры Ғүмәр Иҫәнов хужалығынан быҙау  отторғайны. Хәҙер беҙҙең ауылға суперприз ҡайта. Шундай матур бүләктәр әҙерләгән хужалыҡ етәкселәренә, беҙҙең өсөн байрам ойошторған редакция хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ҡәләмдәрегеҙ осло булһын, тираж һаны артһын!”- ти Миләүшә менән Йәмил Бикҡужиндар.

 

“Көнгәк” гәзитенең беренсе яртыһына яҙылыу осоронда  иң ҙур бүләк  - Салауат исемендәге ауыл хужалығы кооперативы (етәксеһе Рәмис Иманғолов) әҙерләгән быҙау артынан Ергән яғына юлландыҡ. “Әбет ауылында клуб мөдире булып эшләйем, Яңы  йыл сараларына янып-көйөп әҙерләнеп йөрөгән осор. Редакция хеҙмәткәрҙәре уйнатҡан иң ҙур отош миңә эләккән хәбәрҙе ауылдаштарым еткерҙе, ҡотлап, ҡыуаныс менән уртаҡлаштылар. Ныҡ шатланһаҡ та, башта ышанғы килмәне”, - ти Миләүшә Бикҡужина.

Хужалыҡтың баш ветеринар врачы, баш зоотехник Артур Күсәрбаев менән Һабаш ауылы фермаһына юлланабыҙ. Быҙауҙар торған һарайҙа Миләүшә ханым малҡай  менән тиҙ уртаҡ тел тапты: теремек йән эйәһе ыңғай ғына хужабикәһе артынан ишек яғына йүнәлде.” Былтыр “Көнгәк” гәзите беҙҙең ауыл фермеры Ғүмәр Иҫәнов хужалығынан быҙау  отторғайны. Хәҙер беҙҙең ауылға суперприз ҡайта. Шундай матур бүләктәр әҙерләгән хужалыҡ етәкселәренә, беҙҙең өсөн байрам ойошторған редакция хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ҡәләмдәрегеҙ осло булһын, тираж һаны артһын!”- ти Миләүшә менән Йәмил Бикҡужиндар. Ҡыуанысығыҙҙы ихлас уртаҡлашабыҙ, гәзит уҡыусыларыбыҙ, бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ.

 

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: