Конгэк
+11 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
2 Март 2022, 10:35

Бергә булғанда, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин

Һуңғы йылдарҙа ваҡытлы баҫмаларҙың тиражы кәмеүе бер кемгә лә сер түгел. Тираж бәләкәй булғас, баҫманың кереме лә аҙая, реклама биреүселәр ҙә сикләнә. Хәбәрселәр  ауыр юлдан сығыу өсөн ниндәй генә юлдарға бармай!  Гәзитебеҙгә яҙылыу осоронда төрлө приздар уйнатабыҙ, гәзит таратыусыларҙы йәлеп итәбеҙ, корпункттар ойошторабыҙ (әйткәндәй, ун баҫманан күберәк яҙылған ойошма, предприятие корпункттарында гәзиткә яҙылыу хаҡы ла түбәнерәк). Халыҡ-ара Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан беҙ үҙебеҙҙең ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу осоронда ярҙам иткән гүзәл заттарға рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерҙек.

 

Һуңғы йылдарҙа ваҡытлы баҫмаларҙың тиражы кәмеүе бер кемгә лә сер түгел. Тираж бәләкәй булғас, баҫманың кереме лә аҙая, реклама биреүселәр ҙә сикләнә. Хәбәрселәр  ауыр юлдан сығыу өсөн ниндәй генә юлдарға бармай!  Гәзитебеҙгә яҙылыу осоронда төрлө приздар уйнатабыҙ, гәзит таратыусыларҙы йәлеп итәбеҙ, корпункттар ойошторабыҙ (әйткәндәй, ун баҫманан күберәк яҙылған ойошма, предприятие корпункттарында гәзиткә яҙылыу хаҡы ла түбәнерәк). Халыҡ-ара Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан беҙ үҙебеҙҙең ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу осоронда ярҙам иткән гүзәл заттарға рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерҙек. 8-се мәктәптең китапханасы Гүзәл Иҫәнаманова, 1-се мәктәптең директор урынбаҫары  Ирина Блохина, Мәләүез һөт-консерва комбинатынан Анна Ғәниева, ҡаланың үҙәк дауаханаһынан Татьяна Никеринаға Мәләүез мәғлүмәт үҙәге директоры, баш мөхәррир Елена Мазиева изге теләктәр әйтеп, яҡынлашып килгән байрам менән бүләктәр тапшырҙы.

 

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: