+9 °С
Болотло
Күгәрсендәр төшкән пәрҙәләрҙе,
Әсәй тағы тәҙрәләргә эл дә!
(Өй эстәре ҡапыл яҡтырғанды
Тойоп алыр сәскә атыр гөл дә.)
Мине көт һин. Тик алып элә күр
Теге пәрҙәләрҙе һандыҡтан;
Икәү генә, әсәй, серләшербеҙ,
Гөрләп сәй эсербеҙ танһыҡтан.
Һин иҫләрһең, әсәй, йәшлегеңде,
Мин- сәсеңдең иркә бөҙрәләрен...
Яңы тулған ай яҡтыртып торор
Беҙҙең өйҙөң зәңгәр тәҙрәләрен.
Г. Ҡотоева
Фото интернеттан.