Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Сентябрь 2021, 16:55

"Французса ит" (мясо по-французски)

500 гр. тирәһе фаршҡа әҙ генә һөт һалып + уртаға ярылған һарымһаҡ тештәре + тоҙ + борос өҫтәп, болғатып, ситкә ҡуйып тороғоҙ. Һөт фаршты һутлы, йомшаҡ итә.

"Французса ит" (мясо по-французски)
"Французса ит" (мясо по-французски)

500 гр. тирәһе фаршҡа әҙ генә һөт һалып + уртаға ярылған һарымһаҡ тештәре + тоҙ + борос өҫтәп = болғатып, ситкә ҡуйып тороғоҙ. Һөт фаршты һутлы, йомшаҡ итә.
Табаны (противень) майлап, иң тәүҙә 5-6 эре бәрәңге турап йәйәбеҙ (йоҡа ғына телемләп киҫергә лә, фри кеүек һаламлап турарға ла мөмкин) + сама менән тоҙ, борос, тәмләткестәр һибәбеҙ + 3-4 баш һуғанды дүңгәләкләп турап йәйәбеҙ + ошоларҙың өҫтөнә әҙер фаршты һалабыҙ + 2-3 помидорҙы түңәрәкләп теҙеп (помидор урынына бәшмәк һалырға ла мөмкин) + иң өҫкә ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы ҡаймаҡ, йә майонез менән бутап һылайбыҙ. Сыр бөтә ризыҡты ҡаплап, бығып бешергә тейеш.

170-180 градуслы мейестә 1 сәғәт, 20 минут тирәһе бешерәбеҙ. Өҫтө артыҡ ҡыҙармаһын тиһәгеҙ, фольга менән ҡаплап ҡуйырға була.
Иҫ киткес тәмле, туҡлыҡлы, батшалар һыйы әҙер!

"Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән алынды.

 

Фото интернеттан.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: