Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2021, 16:45

Һайлауға һанаулы көндәр ҡалды

Ҡаланың күп йүнәлешле һөнәри белем биреү колледжында урынлашҡан 2558-се тауыш биреү участкаһы иң ҙурҙарҙан һанала. Унда бөтәһе ике меңдән ашыу кеше тауыш бирә.   

Һайлауға һанаулы көндәр ҡалды
Һайлауға һанаулы көндәр ҡалды

17,18,19 сентябрҙә беҙҙең районда иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем бөтәһе 58 һайлау участкаһы эшләйәсәк. Ҡаланың күп йүнәлешле һөнәри белем биреү колледжында урынлашҡан 2558-се тауыш биреү участкаһы иң ҙурҙарҙан һанала. Унда бөтәһе ике меңдән ашыу кеше тауыш бирә. 

Комиссия рәйесе Әнүәр Баянов әйтеүенсә, уларҙа тауыш биреүселәр йыл һайын әүҙемлек күрһәтә, иртәнге һигеҙ тулғансы уҡ килеп көтөп торғандар күп. Элегерәк күпселек оло йәштәгеләр йөрөһә, һуңғы ваҡытта йәштәр араһында ла үҙ гражданлыҡ бурысына етди ҡарағандар һаны артҡан.

2558-се тауыш биреү участкаһы етди сараға тулыһынса әҙер. Бөгөн бюллетендәргә ҡултамға, мисәт ҡуйыу, марка йәбештереү кеүек мөһим эштәр башҡарыла. 

Комиссия секретары Гөлфинә Ибраҡова тулыһынса һаҡланыу саралары менән тәьмин ителеүҙәре хаҡында һөйләй. Битлек, һаҡлау экрандары, бирсәткәләр, һәр кемгә айырым ручка бирелә. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: