Конгэк
+19 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Сентябрь 2021, 11:50

Кәбеҫтә ҡоймағы

Кәрәк: 300-400 гр кәбеҫтә, 200 мл кефир, 1 йомортҡа, 1 һуған, 3-5 ҡалаҡ он, көнбағыш майы, 1/3 сәй ҡалағы ҡамыр ҡабартҡыс, самалап тоҙ.

Кәбеҫтә ҡоймағы
Кәбеҫтә ҡоймағы

Кәбеҫтәне ваҡлап турайбыҙ, тоҙ ҡушып еңелсә ыуалайбыҙ. Һуғанды ваҡ шаҡмаҡ итеп турайбыҙ. Кәбеҫтә һәм һуғанға кефир, йомортҡа, он, ҡамыр ҡабартҡыс ҡушып бутайбыҙ. Ҡамыр ҡаймаҡ кеүек ҡуйы килеп сыға. Кәрәк булһа он өҫтәргә мөмкин. Көнбағыш майында ҡамырҙы алһыуланып бешкәнсе тотабыҙ. Ут талғын булырға тейеш. Әҙер ҡоймаҡтарҙың майын һеңдерергә ҡағыҙға һалып торабыҙ. Ул эҫе килеш кенә түгел, һыуынғас та тәмле.

 

Рецепт һәм фото интернеттан.

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: