Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Сентябрь 2021, 14:24

Ҡош киҙеүе хәүефе янаймы?

Шәхси хужалыҡта, ҡош-ҡорт комплекс­тарында грипты профилактикалау, ветеринария ҡағиҙәләрен күҙәтеү - төп талап.

Ҡош киҙеүе хәүефе янаймы?
Ҡош киҙеүе хәүефе янаймы?

Рәсәйҙә ҡош киҙеүе буйынса эпизоотия торошо көсөргәнешле ҡала. Йыл башынан 8-е - йорт, 9-ы ҡырағай ҡоштар араһында 17 осраҡ теркәлгән. Беҙгә яҡын сығанаҡ Силәбе өлкәһендә. 1 һәм 3 сентябрҙә Силәбе өлкәһе биләмәһендә һәм  Уйыл районында ҡош киҙеүе табылған.

Грипп – аш эшкәртеү системаһын, эске органдарҙы зарарлаған, үлемгә еткергән киҫкен инфекция. Был вирус кеше һәм мал өсөн үтә лә хәүефле ауырыу һанала, ҙур иҡтисади юғалтыуҙарға килтерә.

Инфекция сығанағы – сирле, шулай уҡ инкубация осорондағы ҡоштар. Ауырыу мамыҡ, ҡаурый, аҫҡа йәйгән йәймә, үләкһә йәки үлтерелгән ҡоштар түшкәһе, ҡорамал, инвентарь, аҙыҡ, транспорт, кимереүселәр, бөжәктәр, ҡырағай ҡоштар аша күсергә мөмкин. Тауыҡтар тулыһынса йомортҡа һалыуҙан туҡтай. Үлем 100 процентҡа етеүе ихтимал. Һыу ҡоштарының високовирулент штамы менән зарарланғанда хәрәкәтләнеүе боҙола, му­йыны ҡыйшая, шаҡарыла, күҙ мөгөҙсәһе тоноҡлана. Ауырыу билдәһеҙ үткәндә ҡоштар оҙаҡ ваҡыт вирус йөрөтөүсе булып ҡала. Был сиргә тауыҡтар, ҡаҙҙар, өйрәктәр, күркәләр ҙә бирешә. Тәбиғәттә киҙеү йоҡтороусы булып ҡырағай ҡоштар һанала.

Шәхси хужалыҡта, ҡош-ҡорт комплекс­тарында грипты профилактикалау, ветеринария ҡағиҙәләрен күҙәтеү - төп талап. Ҡырағай ҡоштар менән бәйләнеш булдырмау. Дәүләт ветеринария хеҙмәте контролендә тиҙәк сығарыу тикшерелергә тейеш, биналарҙы дезинфекциялау сифаты ҙур әһәмиәткә эйә. Ҡош-ҡорттоң ҡырағай, айырыуса, һыу ҡоштары менән тура килеүен, һыу ятҡылыҡтарына сығарыуҙы сикләргә кәрәк. Уларҙы ҡырағай ҡоштар инә алмаған урында туҡландырыу мөһим.

Һатып алғанда ҡош-ҡорттоң ҡайҙан килтерелгәнен, ветеринария документтары барлығын белешергә онотмағыҙ. Шәхси гигиена талаптарын да үтәү артыҡ булмаҫ. Мәҫәлән, аҙбарға эш кейемендә инергә, аҙаҡ алмаштырырға, ҡулды йыуырға. Шулай уҡ иғландар буйынса, айы­рыуса, Авито сайтында һатып алыуҙан һаҡланығыҙ,  ошондай иғлан беҙҙең районда ла бар. Был осраҡта йорттан һатыуға санкция юҡ, эпизоотия именлеге, шулай уҡ ҡош-ҡорт һәм инкубатор йомортҡаһының сығышы раҫланмай. Бындай майҙансыҡтар Мәләүез үҙәк баҙарында, Ер­гән ауылында урынлашҡан. Райондан сығарғанда, индергәндә ветеринария хеҙмәтен иҫкәртергә кәрәк. Ветеринария станцияһы тарафынан ситтән ҡайтарылған продукцияға контроль көсәйтелде.

Районда ҡош ҡаны һүле мониторинг саралары үткәреп тикшерелә. Йыл башынан республика ветеринария лаборатория­һына 145 өлгө һынауға оҙатылған.

Үтә лә хәүефле сирҙәр таралмаһын өсөн Рәсәй төбәктәренән килтерелгән ҡош-ҡорт продукцияһы мониторинг тикшереүе үтә.  Йыл башынан 12 өлгө, шул иҫәптән Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән: 3 - Владимир, 2 - Новгород өлкәләренән, 2 -  Мордовиянан, 1 - Марий Эл Рес­публикаһынан, 1- Һамар, 1 Пенза өлкәләренән бөтәһе 10 өлгө тикшерелгән. Һөҙөмтәләрҙән күренеүенсә, грипп геномы табылмаған.

Рәсәй Федерацияһының “Ветеринария тураһында” 4979-1 законына (13-сө статья, 14 май 1993 йыл) ярашлы, малды ташыу йәки ҡыуалау федераль дәүләт ветеринария күҙәтеүе алып барған органдар менән килешеп, маршруттарҙы билдәләп, килеп сығыу һәм таралыу юлдарын булдырмау өсөн бөтә талаптарҙы үтәп башҡарылырға тейеш. Маршруттар етәксе, эшҡыуар, физик шәхес (фермер хужалығы башлығы) ҡултамағаһы менән ғариза нигеҙендә Башҡортостан Респуб­ликаһы буйынса Россельхознадзор идаралығына ебәрелергә тейеш. 

Рәсәй Федерацияһының “Ветеринария тураһында” 4979-1 законына (18-се статья, 14 май 1993 йыл) ярашлы, мал хужалары, мал аҙығы етештереүселәр белгес күрһәтмәләрен үтәргә бурыслы. Ҡош-ҡорт хужалары ветеринария белгестәре талабы буйынса, шулай уҡ хужалыҡтағы һәр төр ҡоштоң һанын күрһәтергә тейеш. Айырым осраҡта хужалар административ йәки енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыла.

Сирле йәки үлгән ҡош-ҡортҡа, санкцияланмаған урында сауҙаға юлыҡһағыҙ, был турала Мәләүез район ветеринария хеҙмәте бүлексәһенә 8 (34764) 5-99-74, 8 (34764) 5-99-75, 8 (34764) 5-99-76 йәки Башҡортостан Республикаһы идаралығына 8-800-77-55-828 ҡыҙыу бәйләнеш телефондарына шылтыратығыҙ.

Мәләүез районы ветеринария станцияһы.

Ҡош киҙеүе хәүефе янаймы?
Ҡош киҙеүе хәүефе янаймы?
Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: