Конгэк
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь , 13:25

Дәртләндереп һайраһын гармун!

Бөгөн гармунсылар көнө икән, баҡтиһәң. Кемдәрҙең гармунына ғына бейемәнек икән, бар ине заманалар, тип иҫләп алам ҡай саҡта. Өфөлә уҡығанда Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙанда бар башҡорт йәштәре йыйылабыҙ, курсташтарым гармун һуҙа, ә беҙ таҡмаҡ әйтә-әйтә тыпырлайбыҙ. А ауылда гармунсы егеттең дәртле итеп елкендереп уйнауы... Әле һаман һағынам шул мәлдәрҙе. Районыбыҙҙа ла мәҙәниәтебеҙҙең,сәнғәтебеҙҙең һағында торған гармунсыларыбыҙ етерлек. Әйҙәгеҙ әле, әүҙем генә бөгөнгө сәхнәне биҙәгән геройҙарыбыҙҙы барлап алайыҡ әле: Юлдаш ауылынынан - Гөлсирә Ишһарина, Ҡотоштан Нурия Зәйнетдинова, Һарыштан Фәнис Хисмәтуллин, Боһормандан Фәиз Бикташев, Ҡотоштан Миҙхәт Салиҡов, тағы ла Мансур Хәкимов, Фәнис Бикташев, Салауат Шәрипов, Гөлсәсәк Солтанғолова, Рауил Амангилдин, Эльвира Асҡарова - былар иҫкә төшкәндәре генә. (Кемдәрҙе онотоп ҡалдырҙыҡ, ғәфү үтенәбеҙ, фотоларығыҙҙы һалығыҙ, зинһар!) Ҡотлайбыҙ һеҙҙе, бармаҡтарығыҙ талмаһын! Үткәндәрҙе хәтерләтеп, күңелдәрҙе дәртләндереп һайраһын гармун!

Дәртләндереп һайраһын гармун!

 Бөгөн гармунсылар көнө икән, баҡтиһәң. Кемдәрҙең гармунына ғына бейемәнек икән, бар ине заманалар, тип иҫләп алам ҡай саҡта. Өфөлә уҡығанда Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙанда бар башҡорт йәштәре йыйылабыҙ, курсташтарым гармун һуҙа, ә беҙ таҡмаҡ әйтә-әйтә тыпырлайбыҙ. А ауылда гармунсы егеттең дәртле итеп елкендереп уйнауы... Әле һаман һағынам шул мәлдәрҙе.

Районыбыҙҙа ла мәҙәниәтебеҙҙең,сәнғәтебеҙҙең һағында торған гармунсыларыбыҙ етерлек. Әйҙәгеҙ әле, әүҙем генә бөгөнгө сәхнәне биҙәгән геройҙарыбыҙҙы барлап алайыҡ әле: Юлдаш ауылынынан - Гөлсирә Ишһарина, Ҡотоштан Нурия Зәйнетдинова, Һарыштан Фәнис Хисмәтуллин, Боһормандан Фәиз Бикташев, Ҡотоштан Миҙхәт Салиҡов, тағы ла Мансур Хәкимов, Фәнис Бикташев,  Салауат Шәрипов, Гөлсәсәк Солтанғолова,  Рауил Амангилдин, Эльвира Асҡарова - былар иҫкә төшкәндәре генә. (Кемдәрҙе онотоп ҡалдырҙыҡ, ғәфү үтенәбеҙ, фотоларығыҙҙы һалығыҙ, зинһар!) Ҡотлайбыҙ һеҙҙе, бармаҡтарығыҙ талмаһын! Үткәндәрҙе хәтерләтеп, күңелдәрҙе дәртләндереп һайраһын гармун!

Дәртләндереп һайраһын гармун!
Автор:Аклима Имамова