Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2021, 10:00

Иртә буран, кис тә буран...

Ҡырҡ минут туҡталышта торам, ниңә шул хәтлем автобустар һирәк йөрөй ул? Өшөп-туңып бөттөк.- Көттөрөп килеп туҡтаған маршутканың водителенә һуҡранам. Атаҡ, мин Америкала йәшәмәйем дә. Минең дә туҡталышта торғаным бар. - Килеп сыҡҡан ситуацияны үҙенең юморы менән йомшартып ебәрә шофер.

Иртә буран, кис тә буран...
Иртә буран, кис тә буран...
  • Ҡырҡ минут туҡталышта торам, ниңә шул хәтлем автобустар һирәк йөрөй ул? Өшөп-туңып бөттөк.- Көттөрөп килеп туҡтаған маршутканың водителенә һуҡранам.
  • Атаҡ, мин Америкала йәшәмәйем дә. Минең дә туҡталышта торғаным бар. - Килеп сыҡҡан ситуацияны үҙенең юморы менән йомшартып ебәрә шофер.

    Бөгөн буран ғәләмәт ҡотора, артыҡ һыуыҡ та түгел, һымаҡ. Әммә ел тиҙлеге көслө, етмеш килограмдай тартҡан өлкән кешене йығырлыҡ итеп иҫкәс, балаларҙы осортоп алып китмәҫ тимә. Уҡыусы балаларығыҙ имен-аман уҡыу йорттарына барып еткәнме, белештегеҙме?

    Ә Күмертау-Мәләүез трассаһын аҡ буранлы ҡар һепертә генә, биш метрҙан алда бер ни күренмәй. Шуға ла водителдәр, артыҡ кәрәмәһә, бөгөн юлға сығыуҙан тыйылып тороғоҙ, йәки машина тиҙлеген кәметегеҙ. Социаль селтәрҙә аварияла һәләк булғандар тураһында мәғлүмәттәр күбәйҙе, миҫалға, 21 ғинуарҙа ғына күпме юл транспорты фажиғәһе булған... Кем әйтмешләй, моргҡа барып эләккәнсе, бер ярты сәғәткә һуңғараҡ ҡайтыуың мең тапҡыр артыҡ. Хәйерле юлдар, хәйерле көндәр һәммәбеҙгә!

Иртә буран, кис тә буран...
Иртә буран, кис тә буран...
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: