Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2021, 10:00

24 декабрь - Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө

1993 йылдың 24 декабрендә Башҡортостан Республикаһының үҙаллылығын раҫлаған төп закон  - Конституция ҡабул ителә.

24 декабрь -  Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө
24 декабрь - Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө

1993 йылдың 24 декабрендә Башҡортостан Республикаһының үҙаллылығын раҫлаған төп закон  - Конституция ҡабул ителә. Уның нигеҙендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы -  Ҡоролтайға, Президентлыҡ институтына нигеҙ һалына.

Төп документ ҡабул ителеү республика тормошона байтаҡ мөһим үҙгәрештәр индерә. Конституция суды, мировой судьялар институты ойошторола, Кеше хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил, Контроль-иҫәп палатаһы, ирекле һайлауҙар кеүек төшөнсәләр барлыҡҡа килә.

Ҡабул ителгән ваҡыттан бөгөнгә тиклем Конституция үҙгәреш кисерҙе. 2006 йылда төбәктең төп документына мөһим өҫтәмәләр индерелһә лә, уның 1993 йылдағы нигеҙҙәре һаҡланып ҡалған. Ул бөгөн дә төрлө милләтле республика халҡының хоҡуҡтарын яҡлай һәм киләсәген тәьмин итә.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА әҙерләне.  

Фото - интернеттан. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: