Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ғинуар , 15:30

Cәләмәт тәндә - сәләмәт рух

Яңы йылдан һуң тәбиғи шыршығыҙҙы сүплеккә сығарып ташларға ашыҡмағыҙ, уны һаулыҡ өсөн файҙаланығыҙ.

Cәләмәт тәндә - сәләмәт рух
Cәләмәт тәндә - сәләмәт рух

Ылыҫтың файҙаһы хаҡында борон-борондан белгәндәр. Бөгөн дә унан һаулыҡ өсөн файҙалы төрлө төнәтмәләр яһайҙар, медицинала ғына түгел, косметологияла ла киң ҡулланалар.

Ылыҫтың составында витаминдар күп булыуы билдәле, ҡыш миҙгелендә иһә улар тағы ла арта. Киҫелгән ағас ботағын һалҡын урында тоторға кәрәк, шул осраҡта уның файҙаһы оҙағыраҡ һаҡлана. Ҡулланыр алдынан ылыҫты ағым һыу аҫтында йыуып киптерергә кәңәш ителә. Һеҙгә һаулыҡты нығытыуға йүнәлтелгән бер нисә рецепт тәҡдим итәбеҙ.

  1. Ылыҫлы төнәтмә. 100 грамм ылыҫты ваҡларға һәм уға 1 стакан ярым ҡайнар һыу ҡойғас, биш сәғәт самаһы төнәтергә кәрәк. Төнәтмәне һөҙгәс, уны эсергә лә, сәсте сайҡатырға ла ярай. Һыуытҡыста ике тәүлек һаҡларға мөмкин.
  2.  
  3. Баллы эсемлек. Бер стакан энәләрҙе ваҡлап, бер литр ҡайнар һыу өҫтәргә лә, 20 минутҡа ултыртып ҡуйырға. Төнәтмәгә лимон һуты һығып, тәменсә бал ҡушһаң, сәләмәтлек өсөн файҙалы бына тигән эсемлек килеп сыға. Уны көнөнә өс тапҡыр бүлеп эсергә кәрәк.
  4.  
  5. Тире өсөн битлек. Ике аш ҡалағы ылыҫҡа шул уҡ күләмдә бал һәм бер аш ҡалағы зәйтүн майы ҡушып бер тәүлек тоторға. Таҙартылған бит тиреһенә һөртөп, 15-20 минут тотҡас, битлекте йылы һыу менән йыуып төшөрөргә.
  6.  
  7. Сәс өсөн төнәтмә. Өс стакан ваҡланған энәләрҙе бер сәғәт талғын утта ҡайнатырға. Уны һөҙөп һыуытҡас, күпертелгән йомортҡа ағы, бер нисә тамсы коньяк ҡушып, йыуылған сәстәргә һөртөргә кәрәк. Башҡа полиэтилен ҡапсыҡ кейеп, уның өҫтөнән таҫтамал урап, 40 минут тоторға ла, сәсте йыуырға.
  8.  
  9. Ванна өсөн бальзам. Ылыҫты блендерҙа йәки иттартҡыста иҙергә һәм килеп сыҡҡан массаны марля аша һығып, ванналағы һыуға ҡушырға. Тынысландырыу көсөнә эйә эфир майҙары баш ауыртыуын бөтөрә, көсөргәнеште кәметә. Һалҡын тейгәндә лә ылыҫтың файҙаһы бик күп. Тымау тейгәндә бальзам ҡушылған һыуҙы мунса ташына һибергә.

Яңы йылдан тороп ҡалған тәбиғи шыршығыҙҙы сүплеккә сығарып ташларға ашыҡмағыҙ, уны һаулыҡ өсөн файҙаланығыҙ. Врач менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

Лена ХӘЙРУЛЛИНА әҙерләне.

Автор фотоһы.    

Автор:Лена Хайруллина