Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2022, 11:30

Кескәйҙәребеҙ һәләтле!

- Яңы йыл алдынан беҙҙең 15-се «Гүзәл» башҡорт балалар баҡсаһында ҡул эштәре күргәҙмәһе ойошторолдо. Унда тәрбиәләнеүселәр ижады менән танышырға мөмкин ине. Балалар ата-әсәләре менән бергәләп яһаған Ҡыш бабай, шыршы һәм уны биҙәй торған төрлө төҫлө уйынсыҡтар һәр кемде һоҡландырҙы, сөнки бөтә эштәргә лә тырышлыҡ, күҙ нурҙары һәм күңел йылыһы һалынғайны, - тип яҙған беҙгә 15-се «Гүзәл» башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Айгөл Сәғитова һәм тәрбиәләнеүселәрҙең эштәре менән төшкән фотоларын да ебәргән.

Кескәйҙәребеҙ һәләтле!
Кескәйҙәребеҙ һәләтле!

Яңы йылды олоһо ла, кесеһе лә ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Балалар был байрамға алдан уҡ әҙерләнә башлай: шыршы биҙәй, ҡағыҙҙан ҡар бөртөктәре киҫә, төрлө уйынсыҡтар яһай.

- Яңы йыл алдынан беҙҙең 15-се «Гүзәл» башҡорт балалар баҡсаһында ҡул эштәре күргәҙмәһе ойошторолдо. Унда тәрбиәләнеүселәр ижады менән танышырға мөмкин ине. Балалар ата-әсәләре менән бергәләп яһаған Ҡыш бабай, шыршы һәм уны биҙәй торған төрлө төҫлө уйынсыҡтар һәр кемде һоҡландырҙы, сөнки бөтә эштәргә лә тырышлыҡ, күҙ нурҙары һәм күңел йылыһы һалынғайны, - тип яҙған беҙгә 15-се «Гүзәл» башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Айгөл Сәғитова һәм тәрбиәләнеүселәрҙең эштәре менән төшкән фотоларын да ебәргән.

 

Мөхәммәд Рәхимдең ябай еп һәм елем файҙаланып яһаған бына ошондай шарын күптәр оҡшатты. Булдырғанһың, Мөхәммәд!

 

Руфина Кинйәбулатова үҙ ҡулдары менән ҡышҡы ихата эшләгән. Уның ап-аҡ ҡарға күмелгән өйө һәм ҡупшы шыршыһы бигерәк матур килеп сыҡҡан. Ҡулыңдан һөйөн, Руфина!

 

Камила Ҡолмөхәмәтованың шыршыһы бик үҙенсәлекле! Оҫтаһың, Камила!

 

Илнар Тимерәевтың мөғжизәле әкиәт донъяһында төрлө йәнһүрәт геройҙарына ла урын табылған. Афарин, Илнар!

 

Аделина Сатлыҡованың тырышлығы ла бушҡа китмәгән, уның эше башҡаларҙыҡынан айырылып тора! Шәпһең, Аделина!

 

Сания Мирғәлимова ижад иткән ҡышҡы ишек алдында, әйтерһең дә, ысын ҡар ята! Бик матур, Сания!

 

Фотолар архивтан.

 

         

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: