Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2022, 11:40

Ҡулдары алтын уның

- Бер генә уйынсығыма ла үҙем хаҡ ҡуйып ултырғаным юҡ, кешеләр күпме бирә, шуға ризалашам да ҡуям, - тип йылмая Гөлсәсәк апай.

Ҡулдары алтын уның
Ҡулдары алтын уның

Һәләтле кеше бар яҡлап та һәләтле тигән һүҙҙәр яҡташыбыҙ Гөлсәсәк Рәхмәтуллина тураһында әйтелгән кеүек. Күптәргә ҡул эштәре оҫтаһы булараҡ таныш ханым төп шөғөлөнән тыш тәмле торттар бешерә, рәсем төшөрә, шиғырҙар яҙа.

Бөгөн Гөлсәсәк апай сувенирҙар, балалар өсөн төрлө уйынсыҡтар эшләй.

Ҡурсаҡ уйнап тик ултыраһығыҙмы, тип көләм әңгәмәсемдең эштәрен ҡарап, был, әлбиттә, ихлас шаяртыу ғына, сөнки кескәйҙәр өсөн ижад итеүҙең иң ауыр шөғөлдәрҙең береһе икәнен яҡшы беләм. Балаларҙың һиҙгерлеген, уларҙың һәр нәмәгә иғтибар итеүен иҫәпкә алып, шөғөлөңә бар күңелеңде һалып башҡарыу талап ителә. Яһаған уйынсығыңдың бер генә ерен килештермәһәң дә, кескәйҙәр уны ҡабул итмәйәсәк.

- Рәсемде бала саҡтан төшөрәм, уҡығанда кластың, мәктәптең рәссамы булдым, ә ҡурсаҡтарҙы балалар баҡсаһында эшләгән ваҡытта яһай башланым, - ти Гөлсәсәк Рафаэль ҡыҙы.

Оҫтабикә ябай быймаларға төрлө биҙәктәр һалып, уларҙы күҙҙең яуын алырлыҡ зауыҡлы аяҡ кейеменә әйләндереп ҡуя. Уның үҙенсәлекле сувенирҙарына ла һоҡланмау мөмкин түгел.

Ҡурсаҡтарҙы һәм башҡа уйынсыҡтарҙы ул төҫлө ептәрҙән ырғаҡ менән бәйләй, теккәндәре лә бар. Район-ҡала халҡына билдәле Быковтарҙың матур быймаларына ла сағыу биҙәктәрҙе ул һалған.

Уның бер генә уйынсығы ла башҡаларҙыҡына оҡшамаған һәм үҙенекеләр араһында ла бер-береһен ҡабатлағандары юҡ.

Оҫтабикә был шөғөлөнә хаҡлы ялға сыҡҡас, күберәк ваҡыт бүлә башлай. Уның эштәрен күреп ҡыҙыҡһынғандар, заказ  биргәндәр ҙә бар. Күңел йылыһын, күҙ нурҙарын биреп яһалған әйберҙәрен тейер хаҡына ғына биреп өйрәнгән оҫта.

- Бер генә уйынсығыма ла үҙем хаҡ ҡуйып ултырғаным юҡ, кешеләр күпме бирә, шуға ризалашам да ҡуям, - тип йылмая Гөлсәсәк апай.

Түҙемлелек талап иткән был ваҡ эштең нескәлектәренә төшөнөр өсөн генә лә байтаҡ ваҡыт талап ителгән кеүек, ә оҫта ханым, күңел һалып башҡарған эше булғанғалыр, улар хаҡында һис ауырлыҡһыҙ һөйләй.

- Махсус үлсәмдәр ҡулланғаным да юҡ, тотам да тегәм мин, - ти ул.

Ҡул эштәре менән ул башлыса яҙ, көҙ,ҡыш айҙарында шөғөлләнә, йәйен иһә баҡса мәшәҡәттәренә күмелә.

Бөгөн уйынсыҡ магазиндарында улар кәштә тулып ятһа ла, улар араһында бала һаулығы өсөн зыянлылары осрауы бер кемгә лә сер түгел, ә  Гөлсәсәк апайҙыҡылар тәбиғи туҡымалар ҡулланып яһалған. Уның сувенир быймалары ла һарыҡ йөнөнән баҫылған.

Бына шундай оҫта ҡуллы кеше йәшәй беҙҙең арала. Уның гөлдәр тамған алтын ҡулдары һыҙлау белмәһен, кешеләрҙе яңынан-яңы ижад емештәре менән ҡыуандырһын, донъяны матурлыҡҡа күмһен.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: