Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Май , 16:20

Алина Алтынбаева: «Кешегә бер йылы һүҙ етә»

Район дауаханаһының онкология кабинетында шәфҡәт туташы булып эшләгән Алина Алтынбаеваның һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләү стажы әллә ни ҙур булмаһа ла, ул хеҙмәттәштәре һәм пациенттары араһында ихтирам һәм хөрмәт ҡаҙанып өлгөргән. Үҙебеҙҙең Мәләүез ҡыҙы, ҡаланың 1-се мәктәбендә, һуңынан Салауат медицина колледжында белем алған. Күңел ҡушыуы буйынса шәфҡәтле һөнәргә эйә булған белгес артабанғы тормош һәм  хеҙмәт юлын тыуған төбәге менән бәйләргә ҡарар итә.

Алина Алтынбаева: «Кешегә бер йылы һүҙ етә»
Алина Алтынбаева: «Кешегә бер йылы һүҙ етә»

Район дауаханаһының онкология кабинетында шәфҡәт туташы булып эшләгән Алина Алтынбаеваның һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләү стажы әллә ни ҙур булмаһа ла, ул хеҙмәттәштәре һәм пациенттары араһында ихтирам һәм хөрмәт ҡаҙанып өлгөргән.

Үҙебеҙҙең Мәләүез ҡыҙы, ҡаланың 1-се мәктәбендә, һуңынан Салауат медицина колледжында белем алған. Күңел ҡушыуы буйынса шәфҡәтле һөнәргә эйә булған белгес артабанғы тормош һәм  хеҙмәт юлын тыуған төбәге менән бәйләргә ҡарар итә. 2014 йылдан 2019 йылға тиклем районыбыҙ дауаханаһында участка медсестраһы булып эшләй, аҙаҡтан онкология кабинетына күсә.

Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, ваҡытында бирелгән кәрәк кенә кәңәшкә, яғымлы ҡарашҡа, йылы һүҙгә мохтаж ауыр сирлеләр өсөн Алина Миҙхәт ҡыҙы күптән үҙ кешегә әйләнгән. Мәкерле ауырыу менән көрәшеүселәр үҙҙәренә ҡул һелтәп ҡуймаһындар, табип күрһәтмәләрен дөрөҫ үтәһендәр өсөн күп тырышлыҡ һала йәш белгес.

- Дарыуҙар, төрлө процедуралар менән дауаланған пациенттар өсөн психологик ярҙам да берҙәй мөһим, уларҙың һәр ҡайһыһына дәртләндерерлек, артабан йәшәргә көс бирерлек һүҙҙәр әйтәм, күңелдәрен күтәрергә, иғтибар бирергә тырышам, - ти шәфҡәт туташы.

Ваҡыт менән иҫәпләшмәй эшләгән, үҙ бурыстарына яуаплы ҡараған  шәфҡәт туташын врачтар ҙа хөрмәт итә.        

Дауахананың йәш онкологы Руслан Венедиктов менән эшләүҙе ярты бәхет тип һанай Алина Миҙхәт ҡыҙы, үҙенең башҡа хеҙмәттәштәре хаҡында ла ул тик яҡшы фекерҙә. Кеше һаулығын хәстәрләүгә һәм уның ғүмере һағында тороуға бағышланған өлкәлә берҙәмлек һәм татыулыҡ талап ителә, дөйөм көстө бергә туплағанда ғына ыңғай һөҙөмтәгә ышаныс тоторға мөмкин икәне билдәле. 

Үҙен күп медицина серҙәренә төшөндөргән врачтар Гөлназ Исламоваға, Татьяна Холостоваға, дауахананың өлкән шәфҡәт туташы Суфия Исламоваға һәм участка хеҙмәтенең өлкән медсестраһы Юлия Шонгуроваға рәхмәтле йәш белгес.

Уның тырыш хеҙмәте дауахана етәкселеге тарафынан юғары баһаланып, Маҡтау Грамотаһына лайыҡ булған.

- Һайлаған һөнәремде, башҡарған эшемде яратам, дауаханаға ашығып, ашҡынып киләм. Тап ошо өлкәне һайлағаныма әлегә тиклем бер тапҡыр ҙа үкенгәнем булманы, киләсәктә лә шулай булырына иманым камил, - ти әңгәмәсем.

Кешеләрҙе яратҡан кешелекле һәм кеселекле шәфҡәт туташының әйткәндәре тура килһен һәм медицина өлкәһендә уның кеүек хеҙмәткәрҙәр күберәк булһын ине.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.

Автор фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина