Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Май , 16:15

Бөйөк Еңеүҙә уның да өлөшө бар

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, теремек, йөҙөнән йылмайыу китмәгән, ихлас аралашырға яратҡан Василий Герасимовичҡа 101 йәш бирерлек тә түгел.

Бөйөк Еңеүҙә уның да өлөшө бар
Бөйөк Еңеүҙә уның да өлөшө бар

Тыуған илгә бойондороҡһоҙлоҡ, бәхетле тормош һәм аяҙ күк йөҙө бүләк иткән, имен-аман үҙ иленә әйләнеп ҡайтҡан яугирҙәрҙең ҡаһарманлығы ла, һуғыш яланында ятып ҡалғандарҙың батырлығы ла мәңге онотолмай, ул тереләр хәтерендә һаҡлана. Бөгөн беҙҙең район һәм ҡаланың 13 ветераны тереләр исемлеген тултыра.Шуларҙың береһе - 101 йәшлек Василий Осипов. Ул 1921 йылда Федоровка районының Теняй ауылында тыуған. Ул мәктәптә алты класс белем алырға, «Рассвет» колхозында балта оҫтаһы булып эшләргә өлгөрә. 1940 йылдың 19 ноябрендә Стәрлебаш хәрби комиссариатынан Ҡыҙыл Армияның эшсе-крәҫтиән сафына алына. Василий Герасимович ғүмеренең алты йылын Ватанын яҡлауға һәм һаҡлауға бағышлап, 1946 йылдың 20 майында ғына демобилизациялана.

Хәрби юлын ул Алыҫ Көнсығыш фронтында башлай. 1940 йылдың аҙағында уны палуба моторисы вазифаһына тәғәйенләйҙәр. Хәрби антты 1941 йылдың 23 февралендә ҡабул итә.

Барлыҡ яугирҙәр кеүек үк, Василий Герасимовичҡа ла, бик ауыр шарттарҙа хеҙмәт итергә тура килә. Ҡырыҫ тәбиғәт шарттарына ғына түгел, Японияның Квантун армияһы һөжүменә ҡаршы тороу һис тә еңел бирелмәй һалдаттарға.

1943 йылдың көҙөндә уларҙың полкы Украинаға ебәрелә. Днепр өсөн барған алыш аяуһыҙ була. Барлыҡ күперҙәр дошман тарафынан юҡ ителеү сәбәпле, танк һәм артиллерияны бер ярҙан икенсеһенә понтондар ярҙамында ғына сығарырға мөмкин була. Көҙгө һыуыҡта  Днепрҙың үҙәккә үткес боҙло һыуын нисә кискәндер һалдаттар... «Дошман һөжүме шул тиклем көслө ине, күҙ алдымда яуҙаш дуҫтарымды юғалттым, уларҙың күбеһе һыу төбөнә китте»,- тип хәтерләй ул йылдарҙы ветеран. 1944-1945 йылдарҙа ул Украинаның бер өлөшөн, Молдавия, Румыния, Болгария, Югославакия, Венгрияны һәм башҡа дәүләттәрҙе азат итеүҙә ҡатнаша.

1945 йылдың 9 майын Василий Осипов сит тарафта ҡаршы ала.

Ут-һыуҙы кискән старшина тыуған ауылына әйләнеп ҡайтҡас, урындағы колхозға эшкә төшә, ғаилә ҡора. Ҡатыны Ольга Яковлевна менән (ул бөгөн беҙҙең арала юҡ, урыны йәннәттә булһын, - авт.) бер ҡыҙ һәм өс ул тәрбиәләп үҫтерәләр.         

Фронттағы кеүек үк, тормошта ла һынатмай Василий Герасимович, колхоз рәйесе урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнгәс тә, башҡаларҙың ышанысын тиҙ аҡлай. Уның намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән баһалана.

Бөгөн ветеран балаларының һәм яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Уның дүрт ейәне, алты ейәнсәре һәм ун бүләсәре бар.

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, теремек, йөҙөнән йылмайыу китмәгән, ихлас аралашырға яратҡан Василий Герасимовичҡа 101 йәш бирерлек тә түгел.

-Атайыбыҙ ғүмере буйы сабыр, ипле һәм тыныс кеше булды. Һис ҡасан кемгәлер асыуланып, тауышланып йөрөмәне, беҙҙе лә иркәләп, һөйөп кенә үҫтерҙе, - ти уның тураһында балалары.

Ауыр һуғыш юлын үткәнгә күрә тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп, һынауҙарҙы сабыр ҡабул итеп, кешеләрҙе яратып, тыуған һәр яңы көнгә ҡыуанып йәшәй ветеран, ул бит тап шундай яҡты киләсәк өсөн үҙ Ватанын яҡлап, йәнен аямай дошманға ҡаршы алышҡан һәм үҙ халҡына азатлыҡ бүләк иткән.

Василий Осипов фронтта күрһәткән батырлыҡтары өсөн «1941-1945 й.й. Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы, Еңеүҙең 40 йыллығы айҡанлы, 1985 йылдың 6 апрелендә III дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.    

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.

Автор фотоһы.   

 

 

Автор:Лена Хайруллина