Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Май , 10:00

Иң юғары ҡиммәт - сәләмәтлек

Бала саҡ хыялына тоғро ҡалған Розалия Бикмөхәмәтова район дауаханаһының психиатрия бүлеге медсестраһы булып эшләй. Уның нәҫелендә үҙҙәрен һаулыҡ һаҡлау өлкәһе менән бәйләгән туғандары күп була, шуға күрәлер ҙә, башҡа һөнәр һайлау тураһында уйлап та ҡарамай Розалия Камил ҡыҙы. Аптраҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, документтарын Салауат медицина училищеһына алып барып тапшыра.

Иң юғары ҡиммәт - сәләмәтлек
Иң юғары ҡиммәт - сәләмәтлек

Һаулыҡтың ҙур байлыҡ икәнен барыбыҙ ҙа белә. Сәләмәтлекте, ысынлап та, бер ниндәй хазинаға алмаштырып та, башҡа ҡиммәттәр менән сағыштырып та булмай, сөнки тап ул бәхетле тормоштоң нигеҙе булып тора. Башҡалар ғүмере һағында торған медицина өлкәһе хеҙмәткәрҙәре донъялағы иң кәрәкле һәм ихтирамға лайыҡ кешеләр.

Шундайҙарҙың береһе - Розалия Бикмөхәмәтова. Бала саҡ хыялына тоғро ҡалған яҡташыбыҙ район дауаханаһының психиатрия бүлеге медсестраһы булып эшләй. Уның нәҫелендә үҙҙәрен һаулыҡ һаҡлау өлкәһе менән бәйләгән туғандары күп була, шуға күрәлер ҙә, башҡа һөнәр һайлау тураһында уйлап та ҡарамай Розалия Камил ҡыҙы. Аптраҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, документтарын Салауат медицина училищеһына алып барып тапшыра.

1989 йылда, дипломлы белгесте йүнәлтмә буйынса Мәләүез район дауаханаһына медсестра итеп ебәрәләр. Реанимация, хирургия кеүек еңел булмаған урындарҙа ла эшләргә тура килә уға, 2011 йылда иһә үҙен шундай уҡ ҡатмарлы өлкә - психиатрия менән бәйләй. Бында кешеләрҙең тән яраһын түгел, ә күңел яраларын дауаларға тура килеүе бер кемгә лә сер түгел. Һәр сирлегә айырым иғтибар талап иткән хеҙмәттең үҙен дә сабырлыҡҡа һәм кешелеклелеккә әйзәүен һыҙыҡ өҫтөнә ала юғары категориялы шәфҡәт туташы. Ул үҙе эшләгән бүлектең хеҙмәт нескәлектәренә өйрәтеүсе остазы, психиатрия бүлеге мөдире Лидия Голубкинаға рәхмәтле. Лидия Ивановна етәксе генә түгел, беҙҙең уҡытыусыбыҙ ҙа, тап ул барыбыҙҙы ла эшкә өйрәтеүсе, ти әңгәмәсем. Үҙенең коллективын да тик яҡшы яҡтан ҡылыҡһырлай, хеҙмәткәрҙәрҙең үҙ-ара татыу һәм берҙәм булыуын билдәләй.

- Розалия Камил ҡыҙы күркәм һәм һоҡланғыс сифаттарға эйә кеше. Тәжрибәле медсестра булараҡ, яңы эшкә килгән йәштәргә һәр яҡлап ярҙам итеп, уларҙы өйрәтеп тора. Һөнәренә етди ҡараған хеҙмәттәшемә яуаплылыҡты тулыһынса ышанып тапшырырға мөмкин, ул барыһын да еренә еткереп үтәйәсәк, - тип, беҙҙең әңгәмәгә психиатрия бүлегенең өлкән шәфҡәт туташы Светлана Вәхитова ла ҡушыла.

Тәүлек әйләнәһенә кеше сәләмәтлеге һағында торғандар өсөн яныңда эшеңде аңлаған яҡындарың булыуы ла мөһим, Розалия Камил ҡыҙы был йәһәттән бәхетле. Ире Әмир уға терәк тә, таяныс та, хәленә инә белеүсе лә.

Һөнәренә мөкиббән ғашиҡ, кешелекле һәм кеселекле яҡташыбыҙға киләсәктә лә тик уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.

Автор фотоһы.    

Автор:Лена Хайруллина