Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Май , 12:05

Хәйбулла Йәрмөхәмәтов: «Тыуған илде яратыу тойғоһо көслө ине»

Ватанына тоғро ҡалып, уның тыныслығы һәм бойондороҡһоҙлоғо һағына баҫҡан ҡаһарман яугирҙәр араһында яҡташыбыҙ Хәйбулла Йәрмµхәмәтов та була.

Хәйбулла Йәрмөхәмәтов: «Тыуған илде яратыу тойғоһо көслө ине»
Хәйбулла Йәрмөхәмәтов: «Тыуған илде яратыу тойғоһо көслө ине»

 Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 77 йыл ғүмер үтһә лә, ул уңалмаҫ күңел яраһы, юғалтыу һағышы һәм етемлек әсеһе булып әле булһа тереләр күңелендә йәшәй. Тыуған илебеҙгә Еңеү булып әйләнеп ҡайтҡан яугир-ветерандарыбыҙ йылдан-йыл кәмей барыуы беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ өсөн оло юғалтыу булараҡ ҡабул ителә. Бөгөн райондың 13 ветераны яҡындарының һәм балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә ғүмер кисерә.

Ватанына тоғро ҡалып, уның тыныслығы һәм бойондороҡһоҙлоғо һағына баҫҡан ҡаһарман яугирҙәр араһында яҡташыбыҙ Хәйбулла Йәрмөхәмәтов та була.

Хәйбулла Ғәйфулла улы 1927 йылда Томансы ауылында тыуған. Башта ауылда, һуңынан Аптраҡ мәктәбендә белем алыуын дауам итә. Уларға, өс бер туғанға, әсәләре ҡулында тороп ҡалырға тура килә,  аталары аслыҡ йылында вафат була.

Ул ауыр йылдарҙа илдең бөтә төбәге лә эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ кисергәнлектән, Хәйбулла Ғәйфулла улы йәшләй генә эшкә егелә. Булдыра алғанының, ҡулынан килгәндең барыһын да башҡара егет.

17 йәшендә, 1944 йылдың көҙөндә Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла.

- Өфө янындағы майҙанда хәрби әҙерлек үткәндән һуң беҙҙе, һалдаттарҙы, фронтҡа тµндә, поезға тейәп алып киттеләр. Хәҙер уйлайым да, шуға аптырайым, йәш кенә булһаҡ та,  ҡурҡыу тигәнде белмәнек бит ул, Тыуған илде яратыу тойғоһо, уны дошмандан яҡлау һәм һаҡлау теләге ҡайһылай кµслµ булған, - тип хәтирәләрен барлай ветеран. - Еңеү көнөн Берлинды алырға киткән юлда ҡаршыларға тура килде. Бөгөнгөләй иҫемдә әле, юл ситендәге иркен бер яланда поездар һәм хәрби эшелондар туҡтаны, яугирҙәр йыйылды. Бөйөк Еңеү байрамы булды унда. Бөтә кешенең телендә оҙаҡ йылдар буйы барған ҡәһәрле һуғыш бөтөү хәбәре ине ул ваҡытта. Шатлыҡ һәм күҙ йәштәре аша йылмайыу, ҡыуаныслы ла, һағышлы ла ҡараштар...

Хәйбулла Ғәйфулла улының артабанғы яҙмышы Алыҫ Кµнсығыш фронты, 82-се миномет батальоны менән бәйләнә.

- Квантун армияһын ҡырған саҡта бик күп яуҙаштарҙы юғалтырға тура килде. Яҡташтарҙы ерләп китеүҙең ни тиклем ауыр икәнен аңлатыу мөмкин дә түгел, - тип, ул йылдарҙы иҫкә ала ветеран.

Ҡаһарман яугир Ватан алдындағы батырлыҡтары өсөн бик күп орден һәм миҙалдар, Сталиндың Рәхмәт хаты менән бүләкләнә. Ул оҙаҡ ете йыл ситтә йөрөгәндән һуң тыуған яғына әйләнеп ҡайта.

Һуғыштан һуңғы емереклек һәм юҡлыҡ, эшсе ҡулдар етешмәгән ауыр осорҙа совхоз эшенә, сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүгә тотона. Хәйбулла Ғәйфулла улы үҙен сауҙа эшенә бәйләй. Тырыш һәм намыҫлы хеҙмәте юғары баһа алып, бик күп маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була.

Хәләле Миңниса менән парлы, матур ғүмер кисерә улар. Ҡорған татыу ғаиләләрендә ете бала үҫтерәләр, уларға матур тәрбиә һәм белем биреп, оло тормош юлына сығаралар. Миңниса инәйҙең баҡыйлыҡҡа күсеүенә байтаҡ ваҡыт үтеп киткән.
- Уның менән 16 йәштән бергәләп ер һөрҙөк, иген сәстек, баҫыуҙан көлтә ташыныҡ. Мин шул көлтәләрҙе арбаға тейәйем, ул үгеҙҙе етәкләп бара, - тип йәшлек хәтирәләрен барлай олатай. - 63 йыл бергә йәшәнек, 7 бала үҫтерҙек. Бергә тарттыҡ донъяны, бергә таптыҡ- бергә яптыҡ инде. Донъя булғас,төрлөһөн кисерҙек, әммә түҙҙек, ти ул.

Бөгөн Хәйбулла Ғәйфулла улы балаларының, ейәндәренең ҡәҙер-хµрмәтендә бәхетле  ҡартлыҡ кисерә.

Уның донъяһына барып инеү менән таҙалыҡ, бөхтәлек күҙгә ташлана. Әле лә, беҙ барғанда, яҙ яңы башланып тороуға ҡарамаҫтан, уның ишек алды, баҡсалары тәртиптә, ағас олондары ап-аҡ итеп ағартылып ҡуйылған ине. Уның күршеләре лә олатайҙың таҙалыҡ яратыуы, әйләнә-тирәһен йыйыштырып ҡына тороуы хаҡында һөйләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешелеккә ҡурҡыныс менән янаған тажзәхмәт сире олатайҙы ла урап үтмәгән, ул ҡаты сирләп алған, әммә һауыҡҡан. 

Ауыр замандарҙың михнәтен күреп, тормош мәктәбен ла­йыҡлы үтә алған ветеранға ныҡлы һаулыҡ, йән тыныслығы теләйбеҙ.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.

Автор фотоһы.

 

Автор:Лена Хайруллина