Роспотребнадзор Берҙәм дәүләт имтиханы мәлендәге талаптарҙы йомшартты.
Ведомство сайтында һәр класҡа айырым тәғәйен кабинет бүленеүе һәм метр ярымлыҡ социаль арауыҡты һаҡлау талаптары юҡҡа сығарыла, - тиелә. Имтихан графигын төҙөү, бүлмәләрҙе зарарһыҙландырыусы матдәләр менән йыйыштырыу, елләтеү, комиссия ағзаларының битлек кейеүе мотлаҡ. Көнөнә бер генә имтихан үткәреү рөхсәт ителә, һайлау буйынса һынау көн аша булырға тейеш. Имтихан ваҡыты дүрт сәғәттән ашыуыраҡҡа һуҙылғанда уҡыусылар ашап алырға тейеш. Имтихан тотоусылар сара башланыуын ярты сәғәттән артыҡ көтөргә тейеш түгел. Эсемлек эсеү тыйылмай.