Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2022, 10:20

Кемдәрҙең эше икән?

Уңайлы шарттар үҙебеҙ өсөн булдырылғанын ни өсөн аңламай һуң кеше? Нисек ҡулы барып, эскәмйә, рәшәткәләрҙе емерә икән?

Кемдәрҙең эше икән?
Кемдәрҙең эше икән?

Һуңғы йылдарҙа ҡалала байтаҡ матур урындар барлыҡҡа килде. Урамда саҡта, Мәләүездең төҙөкләнеп, күркәмләнеп барғанына ҡыуанып йөрөйөм. Байтаҡ йорт ихаталары бөтөнләй башҡа төҫ алды, уларға сағыу балалар майҙансыҡтары йәм биреп ултыра. Тик арабыҙҙа ошо матурлыҡты юҡҡа сығарып йөрөгәндәр ҙә юҡ түгел. Уңайлы шарттар үҙебеҙ өсөн булдырылғанын ни өсөн аңламай һуң кеше? Нисек ҡулы барып, эскәмйә, рәшәткәләрҙе емерә икән? Был, моғайын, үҫмерҙәрҙең йә йәштәрҙең йәмһеҙ ҡылығылыр, оло кеше ундай аҙымға бармаҫ. Һәр ата-әсә, мәктәп уҡытыусылары һөйләшеү алып барһа ине үҙ балалары менән, тигән теләктә ҡалам.  

Гөлиә МӘСӘҒҮТОВА.

Автор фотоһы.

Һүрәттә: 32-се биҫтәнең балалар майҙансығынан күренештәр. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: