Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2022, 09:45

«Музейҙар төнө»нә рәхим итегеҙ!

21 майҙа ҡаланың тарихты һәм тирә-яҡты өйрәнеү музейында «Музейҙар төнө» Бөтә Рәсәй акцияһы уҙа. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала.

«Музейҙар төнө»нә рәхим итегеҙ!
«Музейҙар төнө»нә рәхим итегеҙ!

21 майҙа ҡаланың тарихты һәм тирә-яҡты өйрәнеү музейында «Музейҙар төнө» Бөтә Рәсәй акцияһы уҙа. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Сара киске 6-нан 7-гә тиклем күрһәтеләсәк «Ағастан һырлап эшләү» оҫталыҡ дәресенән башлана. Уны балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайы педагогы Нәжибә Йәнтурина алып барасаҡ. Сараға килеүселәргә ағасҡа төрлө һыр һәм семәр һалыу серҙәренә төшөнөү, шулай уҡ үҙҙәрен оҫталыҡта һынап ҡарау мөмкинлеге бирелә.

«Музейҙар төнө»ндә 7-нән 8-гә тиклем «Ағылһын моң» тип исемләнгән күргәҙмә эшләйәсәк. Ул музейға килеүселәрҙе беҙҙең төбәктә йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренең музыка ҡоралдары менән таныштырыу маҡсатында ойошторола.

 Сара һуңында музей залдары буйлап экскурсия ҡаралған, килгән һәр кемгә ундағы төрлө экспозициялар менән танышыу мөмкинлеге бирелә.

Тыуған яҡтың тәбиғәте һәм уның тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар  8-ҙән 10-ға тиклем музейҙың Тәбиғәт һәм Тарих залдарында йөрөй ала. Унда үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы, урындағы халыҡтың йәшәйеше хаҡында бай мәғлүмәт һаҡлана.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.

Автор фотоһы.    

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: